МАҠТАУЛЫ ИСЕМ МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

МАҠТАУЛЫ ИСЕМ МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Бөгөн, 23 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий  Хәбиров республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Беҙҙең театр актрисаһы – Гөлнара Ҡаҙаҡбаева «БАШҠОРТОСТАНДЫҢ АТҠАҘАНҒАН АРТИСЫ» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Маҡтаулы исем ҡотло, шатлыҡтар уртаҡ булһын! Киләсәктә лә Һеҙгә яңынан-яңы ижади үрҙәр, дәртле, илһамлы тормош, сәләмәтлек һәм аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!