Шағир Рәми Ғариповтың ҡатмарлы яҙмышы, һоҡланғыс ижады, һүнмәҫ рухы хаҡында был спектакль. Шағирҙың ҡәләмдәш дуҫтары, ижадташтары, яҡын кешеләре − барыһы ла тормоштан алынған.
Зөһрә Бураҡаева “Шағир донъяһына сәйәхәт”те Рәми ағайҙың көндәлегенә һәм тарихи документтарға таянып яҙа. Халыҡ шағирының шиғырҙары, уйланыуҙары, күңел донъяһы, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар әҫәрҙә бермә-бер үрелеп бара.
Ҡуйыусы режиссер – Хөрмәтулла Үтәшев
Ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов
Музыкаль яҡтан биҙәүсе – Илшат Яхин
Балетмейстер – Сулпан Асҡарова
РОЛДӘРҘӘ:
Йәш Рәми – Артур Кәбиров
Өлкән Рәми – Артур Ҡунаҡбаев
Әсә – Миңзәлә Хәйруллина
Мәрйәм – Светлана Хәкимова
Надя – Милена Сираева / Ирада Ҡадырова
Гөлнара – Фатима Нуриева
Егор Исаев – Азамат Ғафаров
Паруйр Севак – Морат Рафиҡов
Корней Чуковский – Илдар Ғүмәров
Хужа – Хөрмәтулла Үтәшев
Ҡара кеше – Ирек Булатов
Докладсы – Айсыуаҡ Йомағолов
Күмәк сәхнәләрҙә театр артистары ҡатнаша.
Спектаклде Айҙар Шәмсетдинов алып бара.
Диктор-тәржемәсе – Ғәлиә Сөләймәнова






© Бөтә хоҡуҡтар яҡланған. Мәғлүмәт күсереп алғанда www.bashdram.ru адресына һылтанма ҡуйыу мотлаҡ. © Privacy Policy.