Кисә, 26 ноябрҙә, М.Ғафури исем. Башҡорт академия драма театрының Ҙур сәхнәһендә театрыбыҙҙың алдынғы актерҙарының береһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исем. дәүләт, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт, К.С.Станиславский исем. Халыҡ-ара премиялар лауреаты Олег Ханов үҙенең юбилей бенефисын билдәләп үтте.
Был көндө юбиляр адресына бик күп матур теләктәр һәм йылы һүҙҙәр әйтелде.
Ә инде көндөҙ юбилярҙы ҡотларға тип Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Александр Кузьменко, «Вечерняя Уфа» гәзите баш мөхәрриренең беренсе урынбаҫары Илүзә Ҡапкаева, Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы мөдире Таңсулпан Бабичева, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Рәил Әсәҙуллин, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов килгәндәр.
Шулай уҡ Ғ.Камал исем. татар дәүләт академия һәм М.Горький исем. Ырымбур драма театрҙарынан коллегалары, яҡын дуҫтары, яҡташтары һәм туғандары ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр. Шулай уҡ Радио һәм телевидение вәкилдәре лә ҡотлау телмәре менән сығыш яһанылар.
✅ Олег Закир улы рәхмәт йөҙөнән Сергей Есениндың «Анна Снегина» поэмаһын театр оркестры оҙатыуында уҡыны. Был поэма өсөн музыканы һәм оркестровканы композитор Урал Иҙелбаев махсус төҙөгән.
Ә кисен «Ҡыҙ урлау» бенефис спектакле үтте, унда актер Әжмәғол ролен башҡарҙы. Тамаша залында оҙаҡ ҡына алҡыштар тынманы, юмор, йылмайыуҙар һәм йылы һүҙҙәр менән тулы ине. Тамашасылар юбилярҙы ебәрергә лә уйламаны! Туған коллективы Олег Закир улына оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, яңы ролдәр теләне. Юбилейығыҙ менән, Олег Закир улы Ханов!