Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәте йортонда БР Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов 2019-2020 йылдар өсөн Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырҙы.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының актеры Азат Вәлитов Игнатов — «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина романы буйынса, Я.Пулинович инсц.), Прометей — «Прометей» (М.Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» пьесаһы буйынса) һәм Айсыуаҡ — «Гөлбостан» Ҡ.Даяндың «Таңсулпан» пьесаһы мотивтары буйынса) ролдәрен юғары профессиональ дәрәжәлә башҡарғаны өсөн был премияға лайыҡ булды.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, яңынан-яңы ролдәр теләйбеҙ!