Төрки телле театрҙарының Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивалендә гран-при яулаусы, Өфө, 2012
«Бынан алыҫ йәйләүҙәрҙең береһендә йәшәгән матур, йәш бер килендең ире яуға киткән. Бик һағынған, бик интеккән был башта. Әммә бәреп сыҡҡан шишмә aғыp юлын таба. Юлын тапҡас, юлдашын да таба. Әлеге килен дә күрше йәйләүҙән килеп йөрөгән бер егеткә ғашиҡ була. Көндөҙ ирен уйлай, ә төндәрен егет ҡосағына инә. Йыл да үтмәй, донъяға бер ир бала килә. Был турала кендек әбейенән башҡа бер кем, бер ни белмәй. Тик баланы ҡайҙа итергә әмәл тапмай яфа сигә былар… Әлеге бала тыуған көндө йәйләү аша бер йәш дәрүиш уҙа. Яҙмыш ҡушҡанмылыр, ул тап әлеге тирмәгә һуғыла. Уғa ҡаршы баяғы ҡарсыҡ йүгереп сыға. Дәрүиш бөтәһен дә теге ҡарсыҡ әйткәнсә эшләй һәм шул көндө үк китеп бара».