2021 ЙЫЛДЫ ОҘАТЫП…

2021 ЙЫЛДЫ ОҘАТЫП…

Яңы йылға тиклем бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Әле уҙып барған йылдың иң сағыу ваҡиғаларын һәм үҙебеҙҙең уңыштарыбыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙҙы иҫкә алып, йомғаҡ яһарға иң яҡшы миҙгелдер. Башланыҡ!

ПРЕМЬЕРАЛАР:

5 премьера спектакле сығарылды: М.Рощин пьесаһы буйынса «Йәш ғаилә фатир эҙләй» комедияһы (режиссеры И.Ҡаҙаҡбаев), И.Йомағоловтың «Амур тарихы» пьесаһы буйынса «Мөхәббәт ҡоштары» музыкаль комедияһы (режиссеры Ф.Ғарипов), В.Емелёва пьесаһы буйынса «Балам» спектакль-терапияһы (режиссеры И.Мөхөтдинов), А.Дударев пьесаһы буйынса «Эңер төшкәс» мелодрамаһы (режиссеры О.Ханов) һәм В.Лившиц, И. Кичанованың әҫәре буйынса «Мираликундия. Серле гиппопотам» әкиәте (режиссеры Ф.Ғарипов).

ЯҢЫ АКТЕРҘАР

Быйыл актерҙар составы М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлаусы йәш актерҙар Сабина Кирәева, Таң Хөсәйенов, Лилиә Сәғитова, Айнур Ғәбитов, Илүзә Итекәйева һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтынан Айым Сөләймәнова, Гүзәл Хәсәнова менән тулыланды.

ФЕСТИВАЛДӘР

Режиссер һәм автор Алмаз Саҙрыевтың “Һауанан ергә тиклем» спектакле Миңзәлә ҡалаһында Бөтә Дөнья «SmallDays» baby-театрҙар акцияһы сиктәрендә уҙған «Ләкләк» фестивалендә ҡатнашты. Шул уҡ спектакль менән театр «Babybiеnnale 0+» халыҡ-ара фестиваль-акцияһында ҡатнашты.

Режиссер А.Абушахманов сәхнәләштергән «Гөлбостан» (Ҡ.Даяндың «Таңсулпан» пьесаһы буйынса Д.Йосопов инсц.) спектакле Ҡазан ҡалаһында уҙғарылған Төрки телле театрҙарҙың XV Халыҡ-ара «Нәүрүз» фестивалендә ҡатнашты.

«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле Новокуйбышевск ҡалаһында уҙған «Алтын битлек» театр фестивале ситкәрендә күрһәтелде.

Пермь крайы Кудымкар ҡалаһында Н.Крашенинниковтың романы мотивтары буйынса «Амеля» спектакле «Сообщение» III Халыҡ-ара милли театр фестивалендә ҡатнашты. Амеля образы өсөн актриса Гөлнара Ҡаҙаҡбаева «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн» номинацияһы менән бүләкләнде.

Быйыл театр «Толстой мираҫы» Халыҡ-ара фонды уҙғарған «Толстой» V Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашты. Актерҙар «Толстой о людях. Люди о Толстом» (Я.Пулинович, С.Баженова) исемле яңы пьесаһын уҡынылар.

ГАСТРОЛДӘР

13-сө апрелдән 17-се апрелгә тиклем Ҡазанда театрыбыҙҙың гастролдәре уҙҙы. Спектаклдәр Ғ.Камал исемендәге Татар академия театрының Ҙур һәм Бәләкәй сәхнәләрендә ҡуйылды. Гастроль афишаһына Н.Крашенинников романы буйынса «Амеля», З.Бураҡаеваның «… Ат уйнатып алдан бара…», М.Рощиндың «Йәш ғаилә фатир эҙләй», М.Кәримдең «Ҡыҙ урлау», Х.Мөҙәрисованың «Бәхет хаҡы» Т.Миңнуллиндың «Һөйәркә» һәм Г.Яхина романы буйынса «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклдәре инде.

8 ноябрҙә «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц., режиссеры – А.Абушахманов) спектакле «Алтын битлек» – Ижевскийҙа» фестивалендә ҡатнашты. Спектакль Удмурт дәүләт рус драма театры сәхнәһендә уйналды.

14-се сентябрҙән 16-сы сентябргә тиклем Симферополь ҡалаһының Ҡырым-татар академия музыкаль драма театры сәхнәһендә гастролдәр уҙҙы. Афишаға Т.Миңнуллиндың «Һөйәркә», И.Йомағоловтың «Мөхәббәт ҡоштары», Д.Урбандың кескәй тамашасылар өсөн «Mouse Story» әкиәте һәм Ф.Бүләков пьесаһы буйынса «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме… » спектаклдәре инде.

МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР, НАГРАДАЛАР, ЕҢЕҮҘӘР…

23 октябрҙә Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзының VIII Съезы үтте. Унда бер тауыштан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов Рәсәй Федерацияһы Театр эшмәкәрҙәре Союзының милли театрҙар кабинеты секретаре итеп һайланды.

Беҙҙең артистарға Хөкүмәт наградалары тапшырылды: Тәнзилә Динислам ҡыҙы Хисамова — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, Хөрмәтулла Ғәззәли улы Үтәшев, Олег Закир улы Ханов — Мәҙәниәт Һәм Сәнғәт өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн Дуҫлыҡ Ордены, Эльвира Әхтәм ҡыҙы Юнысова — II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» Ордены Миҙалы, Әхәт Рәхмәтулла улы Хөсәйенов Салауат Юлаев ордены кавалеры тип танылды.

Алһыу Исмәғил ҡыҙы Бәхтиева һәм Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетов «Башҡортостандың халыҡ артисы» һәм Илгизә Ғилманова менән Гөлнара Ҡаҙаҡбаева «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдылар.

Азат Вәлитов Игнатов — «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина романы буйынса, Я.Пулинович инсц.), Прометей — «Прометей» (М.Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» пьесаһы буйынса) һәм Айсыуаҡ — «Гөлбостан» Ҡ.Даяндың «Таңсулпан» пьесаһы мотивтары буйынса) ролдәрен юғары профессиональ дәрәжәлә башҡарғаны өсөн Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын алды.

ЮБИЛЯРҘАР

Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы Фидан Ғафаровтың тыуған көнө һәм ижадына 55 йыл айҡанлы “ҺАМАН БЕРГӘ!..” исемле концерты үтте. Һәм шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлфиә Рафиҡованың, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемендәге дәүләт, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт, К.С.Станиславский исем. Халыҡ-ара премиялар лауреаты Олег Хановтың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйеновтың юбилей кисәләре уҙҙы.

ҺӘМ ТАҒЫ ЛА ӨҪТӘП…

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев тураһында “Таштуғайҙың ике батыры: Хөрмәтулла Үтәшев. Тормош һәм ижад юлы” исемле китап-альбом донъя күрҙе.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры Моратова Гөлдәр Сабит ҡыҙының «ЮЛДАРЫНДА ГӨЛДӘР ҮҪКӘН…» тип аталған юбилей кисәһе үткәрелде.

Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров үҙенең йырлы-моңло «Ҡаралама» (Черновик) исемле акустик концертын үткәрҙе.

Үтеп барған 2021 йыл Башдрам тарихы биттәрендә ошондай эҙҙәр ҡалдырҙы. Киләһе Яңы йылға яңы пландар, яңы спектаклдәр, яңы гастролдәр, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!