ЙҮГЕР, ХАРИС, ЙҮГЕР…

ЙҮГЕР, ХАРИС, ЙҮГЕР…

Бер саҡ Харис ҡатыны менән телевизор ҡарап ултыра, ә башында бер генә уй: нисек яйын табып, иртәнсәк һөйәркәһе янына инеп сығарға? Шул ваҡытта, йүгереүҙең файҙаһы тураһында аҡыл һаталар телевизорҙа. «Мин дә йүгерә башлайым», — ти ул эргәһендә ултырған ҡатынына. Күптән кәрәк ине, ти уныһы ла, мисәт баҫып. Үҙҙәренең йортонда йәшәүсе берәүҙең, йүгерә башлағас, тәмәкеһен ташлағанын да иҫләп лығырҙап ала. «Тем паче, — ти Харис, – бәлки, мин дә ташлармын, көндөң теләһә ҡайһы ваҡытында йүгерһәң дә ярай бит әле», – тигән уйҙа иртән кроссовкиҙар менән спорт костюмын кейә лә, сығып китә. Ә ҡатындың, шатлығынан йөҙҙәре ай һымаҡ балҡый: «Башта әкренерәк кәрәк, бик ҡыҙыу тотонма», — тип ҡала. Шулай итеп, бер көн иртән саба-йүгерә барып керә ул Фаинаның өйөнә. Ә Фаинаның ире, әле генә, командировкаға тип, аэропортҡа сығып киткән була. Тик, ай-һай, көнө боҙолоп тора, самолет осор микән?

Режиссер – Алмас Әмиров Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исем. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты

Рәссам – Альберт Нестеров Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исем. дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры

Композитор – Урал Иҙелбаев Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исем. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты

Пластика – Сулпан Асҡарова Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы

 

РОЛДӘРҘӘ:

Харис – Айҙар Шәмсетдинов

Фидан – Артур Ҡунакбаев Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты

                 – Руслан Ғәлимов

Фаина – Алһыу Ғәлина Башҡортостандың халыҡ артисткаһы

               – Гөлфиә Рафикова Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы