Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр.
Барҙыр. Бар ул.
Мөхәббәт — ул үҙе әжәл,
үҙе дарыу.
Р.Сафин
Көтмәгәндә-уйламағанда Абдулланың төшөнә Әжәл кереп ҡурҡыта. Күргәндәрен түкмәй-сәсмәй Фатимаһына һөйләй ҡарт. Әгәр ҙә ғүмерен оҙайтҡыһы килһә, өс сәғәт эсендә берәй сауаплы эш ҡылырға тәҡдим итә Әжәл уға. Ҡарттар баш ватып сауаплы эш эҙләй. Уйламаған нәмә ҡалмай: хатта бала тыуҙырырға ла тәҡдим итеп ҡуя ҡарт. Тик ваҡыт тигәнең аяуһыҙ, ғүмер үтеп киткән, балалар ҙа юҡ инде. Абдулла менән Фатиманың күҙ алдынан бер-бер артлы йәшлек хәтирәләре үтә: унда мөхәббәт тә, һөйөү ҙә бар ине кеүек, тик улар менән бергә тормошто аяныслы итерлек тағы ла бер нәмә оҙатып барҙы һымаҡ.
Әжәл сәғәте билдәле, ул аяуһыҙ, көтөп тормаясаҡ. Тик һөйөү генә йәшәргә дәрт һәм йән биреүселер ул. Һөйәме – һөймәйме? Быны өс сәғәт эсендә аңлап та булмай, бының өсөн тотош ғүмер ҙә аҙ һымаҡ.
Беҙҙең ҡарттар сауаплы эш эшләп өлгөрөрме һуң? Үҙегеҙ күрерһегеҙ. Күрерһегеҙ, ишетерһегеҙ, көлөрһегеҙ, иларһығыҙ, уйланырһығыҙ… Нимә тураһындамы? Һәр кем үҙ уйына батыр…
Ҡуйыусы режиссер – Илсур Ҡаҙаҡбаев Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты
Ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исем. дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры
Композитор – Илшат Яхин Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Хореограф – Ольга Доукаева Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй заманса хореография конкурстары лауреаты
РОЛДӘРҘӘ:
Ҡарт – Олег Ханов Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Дәүләт һәм С.Юлаев ис. дәүләт премиялары лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры
Әхәт Хөсәйенов Башҡортостандың халыҡ артисы
Ҡарсыҡ – Эльвира Юнысова Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Рәмзиә Хисамова Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Тәнзилә Хисамова Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Абдулла – Артур Ҡунаҡбаев Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Азат Вәлитов Ш.Бабич исем. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты
Фатима – Гөлнара Ҡаҙаҡбаева Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы
Римма Ҡаһарманова Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы
Юлиә Асҡарова
Кәзә тәкәһе – Азат Вәлитов Ш.Бабич исем. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты
Артур Ҡунаҡбаев Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Себеш – Милена Сираева
Премьера көнө – 17, 18 март 2017 йыл
Диктор-тәржемәсе – Ғәлиә Сөләймәнова