Әҫәрҙә ваҡиғалар 1941-се йылда бара. Рөстәм исемле үҫмер малай һуғышҡа барып, совет һалдаттарына ярҙам итергә, дошмандарҙы юҡ итергә хыяллана, әммә билдәле – балалаларҙы фронтҡа алмайҙар. Тап шул ваҡыт уға өлөсәһе тылсымлы абаға сәскәһе тураһында һөйләй – йәнәһе лә, уның сәскәһен ашаған кеше күҙгә күренмәҫ йәнгә әйләнеп, сихри көскә эйә була. Әммә абаға яҙ көнө, төн уртаһында ғына (ни бары бер-нисә секунд ҡына!) сәскә ата икән, уны өҙөп өлгөрөү мөмкин түгел тиерлек… Өләсәһенең хикәйәте малайҙың күңеленә тынғылыҡ бирмәй: ҡурҡыуын еңеп, төн уртаһында дөм ҡараңғы урманға бара, абаға сәскәһен табып ашай һәм күҙгә күренмәй торған кешегә әйләнә. Ул теләгенә ирешә: ата-әсәһенә хат яҙып ҡалдыра ла фронтҡа китә…
Ғәҙел Ҡотойҙоң «Рөстәм мажаралары» әҫәре буйынса,
Светлана Баженова инсценировкаһы
спектакль Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала
Ҡуйыусы режиссер – Радион Букаев
Ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Бөтә Рәсәй «Алтын битлек» милли театраль премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, С.Юлаева ис.Дәүләт премияһы лауреаты
Рәссам-яҡтыртыусы – Евгений Ганзбург, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Композитор – Илшат Яхин, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Башҡорт теленә тәржемә – Рита Стеничкина
РОЛДӘРҘӘ:
Рөстәм, Марта – Зилиә Хәлилова
Өләсәй – Миңзәлә Хәйруллина, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Бабай – Илсур Байымов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Әбей – Гүзәл Маликова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Иван – Ирек Булатов, Башҡортостандың халыҡ артисы
Йәш кеше– Юнир Ҡоланбаев
Фогель – Артур Ҡунаҡбаев, Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Немецһалдаты – Урал Әминов, Ш.Бабич ис.дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты
Диктор-тәржемәсе –Ғәлиә Сөләймәнова
Спектаклде Әлфирә Ҡоланбаева алып бара
Премьера көнө – 20, 21 февраль 2020 йыл