УЛ БИТ КИСӘ ИНЕ

УЛ БИТ КИСӘ ИНЕ

Большая сцена

12+

Пьесаның төп геройҙары Диләрә менән Әсхәт яңғыҙлыҡтан ялҡып, тормоштарын нисек тә үҙгәртергә, үҙ парҙарын яңынан табырға өмөтләнгән 40 йәштәрҙәге ҡатын һәм ир. Яҙмыштарын өр – яңынан яҙырға, мөхәббәтле, пар ҡанатлы тормош ҡорорға тигән хыял ярты секунд та ташламай уларҙы. Хәйер, уларҙы ғына микән. Аҫҡы ҡатта йәшәгән, үҙем тоттом, тип көн һайын берәүҙән алып, унан булмаһа магазиндан балыҡ килтереп, Диләрәнең күңелен күрергә йөрөгән ирмәк ҡарттың да яңғыҙлыҡ үҙәгенә үткән. Диләрә менән Әсхәттең осраҡлы осрашыуы икәүһендә лә яҡты, йылы хистәр уята. Геройҙар бер – береһенә ғашиҡ булғандарын үҙҙәре лә һиҙмәй ҡала. Әммә күршеләр, туғандар һәм дуҫтар – силәгенә күрә ҡапҡасы – бер ҡатлыраҡ Тәнзилә менән Зөлфәт ваҡиғаларҙы рәхәтләнеп бутай!

Бер көн ишектә ҡыңғырау. Диләрә асып ебәрһә, Әсхәттең һеңлеһе, худграф студенткаһы Римма баҫып тора, ваҡиғалар тағы ла үҙгәрә.

Шулай итеп, Диләрәнең һәм уның әхирәте Тәнзилә йортонда барған көлкөлө лә, фәһемле лә ваҡиғалар артынан күҙәтеү күңелгә ял бирә, тормош ҡиммәттәре хаҡында уйландыра.

…Ә ваҡиғалар Диләрәгә «бер сәғәткә ир» килеүе менән башланып китә…

Ҡуйыусы-режиссер – Айрат Абушахманов Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исем. дәүләт премияһы лауреаты

Ҡуйыусы-рәссам – Булат Ибраһимов

Композитор – Илшат Яхин Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Балетмейстер – Сулпан Асҡарова Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы

————————————–

РОЛДӘРҘӘ:

Диләрә – Гөлмирә Исмәғилева

                – Юлиә Асҡарова

Әсхәт – Азат Вәлитов

Тәнзилә – Римма Ҡаһарманова Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы

                  – Гөлфиә Рафиҡова Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы

Зөлфәт – Артур Ҡунаҡбаев Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич ис. республика йәштәр премияһы лауреаты

Нурғәли – Әхәт Хөсәйенов Башҡортостандың халыҡ артисы

Римма – Лилиә Ғәлина

                – Гөлмирә Исмәғилева

Авторы спектакля

Действующие лица и исполнители

0BEAdulHNb8
8VG8I0Rmxdw
KFihG7vjY6o
KhkEYWo0T8s
zDF03fZ1cZI
0BEAdulHNb8
8VG8I0Rmxdw
KFihG7vjY6o
KhkEYWo0T8s
zDF03fZ1cZI

Режиссеры спектакля

Данные не найдены

Художники спектакля

Данные не найдены

Хореографы спектакля

Данные не найдены

Оркестр спектакля

Данные не найдены

Действующие актеры спектакля

ХӨСӘЙЕНОВ ӘХӘТ РӘХМӘТУЛЛА УЛЫ

ХУСАИНОВ