ДЖУТ (ҺУҢҒЫ ЙӘЙЛӘҮ)

ДЖУТ (ҺУҢҒЫ ЙӘЙЛӘҮ)

золотая маска«Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театраль премияһының «Маска плюс» программаһына инде, 2016 йыл

«Театр кешеһе» Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты (Силәбе ҡалаһы), 2016 йыл

 

 руссанан Хөрмәтулла Үтәшев тәржемәһе

«Бер кешенең үлеме – фажиғә,
миллиондарса халыҡтың һәләкәте – статистика»
Эрих Мария Ремарк «Ҡара обелиск».

«Мин етдимен. Мин дан — шөһрәт ҡаҙаныр, йә ҡоро фекер еткерер өсөн түгел, ә яҙмай булдыра алмағаным өсөн яҙам. Яҙам, сөнки башҡа бер шөғөл дә мин теләгәнсә һөҙөмтәле килеп сыҡмай. Эҙләнеүҙәре, өмөттәре, файҙаһыҙлығы һәм әрнеүҙәре, мөхәббәте һәм көсһөҙлөгө менән миңә кешеләр тормошо бик тә ҡыҙыҡлы. Әлегә асылмаған, төрлө — төрлө «тере» ысынбарлыҡ арбай мине».

Олжас Жанайдаров

 

Сығышы менән Ҡаҙағстандан булған Олжас Жанайдаровтың был пьесаһы 35 йәшлек кенә Рәсәй драматургын ғәйәт билдәле иткән әҫәр. Уны күп ерҙә ҡуялар. 6 пьесаһы араһынан «Джут» (Йот) документаль драмаһы, әҫәрҙә 30-сы йылдарҙа Ҡаҙағстанда барған ваҡиғалар һүрәтләнгәнгә күрә, тәү нәүбәттә, Ҡаҙағстан театрҙары иғтибарын йәлеп итә. Автор күптән йот хаҡында яҙырға теләгән, сөнки бөгөнгө әҙәбиәттә был темаға мөрәжәғәт итеүселәр юҡ дәрәжәһендә. «Джут» хәҙер Ҡаҙағстан сиктәрен үтеп Рәсәйҙә лә ҡуйыла. Мәҫәлән, Мәскәүҙең ART и ШОК театрында сәхнәләштерелде. Башҡорт академия драма театры спектакле был исемлектең дауамы.

«Джут» документаль драмаһында бер үк ваҡытта ике төрлө ваҡиға һүрәтләнә. Береһе — бөгөнгө көндә Мәскәүҙә, шул аслыҡты башынан үткәргән Әхмәттең ейәне Ербол менән Мәскәү журналисы Ленаның осрашыуы. Икенсеһе – 1930 йылдарға, Әхмәт менән Сәүленең аслыҡ афәтен кисергән тормошона, Ҡаҙағстан тарафтарына алып китә.

 

Ҡуйыусы режиссер – Айрат Абушахманов Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты

Ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты

Композитор – Илшат Яхин Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Хореограф – Сулпан Асҡарова Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы

Консультант – Марат Ҡолшәрипов тарих фәндәре докторы, профессор

 

Действующие лица и исполнители

Әхмәт – Фәнис Рәхмәтов Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты

Сәуле – Римма ҠаҺарманова Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы

Ербол – Хөрмәтулла Үтәшев Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы,  С.Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты

Лена – Милена Сираева

            – Гөлмирә Исмәғилева       

Официантка – Милена Сираева

                            – Гөлмирә Исмәғилева     

Авторы спектакля

Richard Hernandez

Vice Chairman

Действующие лица и исполнители

DHsn_7P6Vbk
jz_EkoWdNTc
O4a5ibQ7c70
q5UYG3MGL9k
TkCUzyyzGc4