MOUSE STORY (ӘКИӘТ)

MOUSE STORY (ӘКИӘТ)

һоро сысҡандар ғаиләһе «Гәлсәр сыр» призын алыр өсөн «Евромаус» конкурсында ҡатнашырға йыйына. «Әгәр ҙә беҙ конкурста еңһәк, бөтәһе лә беҙҙең менән сэлфи эшләйәсәк!.. Һәм беҙ киң танылыу яулаясаҡбыҙ!» — тип хыялланалар икән, ти былар. Тырышып көнө-төнө барабандарҙа һуғалар, репетиция яһайҙар икән. Тик, бер көн уларҙың йортона икенсе — ап-аҡ сысҡан ғаиләһе килеп инә. Аҡ сысҡандарҙың килеп инеүҙәре була, һоро сысҡандарҙың ҡайғы-хәсрәтһеҙ тормоштары, конкурс ҡайғыһы онотола. Ата-әсәләре араһында дошманлыҡ, ә балалары Шома һәм Фружа араһында – ДУҪЛЫҠ тоҡанып китә! Әммә ниндәй генә бәлә-ҡазалар килеп сыҡмаһын, Шома менән Фружи бер ҡасан да бер-береһенән айырылышмаҫҡа ант итәләр.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәй сысҡандарҙың дуҫлығына ата-әсәләренең бер-береһен күрә алмаусанлығы ҡамасаулай. Кемдән ярҙам һорарға белмәгән Шома менән Фружи Бесәйгә мөрәжәғәт итәләр. Әммә, Бесәй ябай ғына бесәй булып сыҡмай, ул Бөйөк Тылсымсы бесәй. Ул Шома менән Фружины йә аҡҡа, йә һораға әйләндереп, унан һуң киреһенсә һоронан аҡҡа, аҡтан һороға әйләндереп, уларҙың ата-әсәләрендә дуҫлаштырырға ризалыҡ бирә. Шулай итеп, ДУҪЛЫҠ еңеп сыға, һоро сысҡандар менән аҡ сысҡандар бергәләшеп «Евромаус» конкурсында ҙур төркөм ойоштороп сығыш яһарға ант итәләр.

Һәр әкиәттәгесә, был мажаралар ҙа яҡшы тамамлана. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт, татыулыҡ һәм тыныслыҡ тураһындағы был спектакль кескәйҙәргә һәм уларҙың ата-әсәһенең күңеленә хуш килер.

Д.Урбандың “Все мыши любят сыр” әкиәте мотивы буйынса

 

Ҡуйыусы режиссер – Илсур Ҡаҙаҡбаев

Композитор -Вәсил Ғафаров

Рәссам – Карина Ситдикова

Хореограф – Александр Родионов

 

РОЛДӘРҘӘ:

Лили – Миңзәлә Хәйруллина, Башҡортостандың халыҡ артисы

Алһыу Бәхтиева, Башҡортостандың халыҡ артисы

Мартон – Хәким Мортазин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Юнир Ҡолонбаев

Шома – Алмаз Йосопов

Артур Кәбиров, Ш.Бабич ис.Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты

Альбин – Артур Ҡунаҡбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич ис.Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты

Айнур Ситдиҡов

Виолетта – Гөлфиә Рафиҡова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Алһыу Ғәлина, Башҡортостандың халыҡ артисы

Фружи – Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Илгизә Ғилманова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Паскаль – Азат Вәлитов, Ш.Бабич ис.Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты

Урал Әминов, Ш.Бабич ис.Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты

Премьера – 22 декабрь, 2017 й

Авторы спектакля

Действующие лица и исполнители

SHUMNOV-1163
SHUMNOV-1185
SHUMNOV-1196
SHUMNOV-1219
SHUMNOV-1305
SHUMNOV-1163
SHUMNOV-1185
SHUMNOV-1196
SHUMNOV-1219
SHUMNOV-1305

Режиссеры спектакля

ҠАҘАҠБАЕВ ИЛСУР ЮЛАЙ УЛЫ

КАЗАКБАЕВ

Художники спектакля

Данные не найдены

Хореографы спектакля

Данные не найдены

Оркестр спектакля

Данные не найдены

Действующие актеры спектакля

Данные не найдены