Бик көтөп алған, ҡәҙерләп кенә тапҡан балаңа ҡапыл «аутизм» диагнозы ҡуйһындар әле… Был миҙгелде ата-әсәләр нисек кисерә икән? Аяҙ көндә йәшен һуҡҡан һымаҡтыр… Киләсәк өсөн ҡурҡыу, асыуланыу, үҙеңде ғәйепләү… – ниндәй генә уй-хәсрәттәр баҫмай уларҙы.
Беҙҙең геройҙар ҙа күңел тороштарын аҙмы-күпме яйға һалып, «үҙенсәлекле» бала менән бергә яңы тормошты ҡабул итеп, рух күтәренкеһен тапҡан көслө изге кешеләр. Сөнки уларҙың башҡаса тормошо юҡ һәм булмай ҙа. Яҙмыштарына яҙған бәләһен улар оло мөхәббәт, йөрәк йылыһы, өмөт хыялдары, ата-әсәлек хисе менән өҙөлөп яратҡан балаһына әйләндерә.
Виктория Емелева пьесаһы буйынса
Әҫәр Башҡортостан Республикаһы драматургия һәм режиссура үҙәге үткәргән лаборатория сиктәрендә яҙылған
Пьеса «Любимовка» фестиваленең шорт-лисына ингән. 2021
Ҡуйыусы режиссёр – Илшат Мөхөтдинов
Ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры
Пластика буйынса режиссёр – Алина Мостаева
Музыкаль яҡтан биҙәлеш– Эмиль Әмиров
Башҡорт теленә тәржемә– Эльвира Дәүләтбирҙина
РОЛДӘРҘӘ:
Юлиә – Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы / Гөлнара Әмирова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Люба – Илгизә Ғилманова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы / Милена Сираева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, / Гөлмирә Исмәғилева
Илшат – Морат Рафиҡов / Руслан Хайсаров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Вика – Гөлназ Хайсарова / Лилиә Ғалина
Зәбир – Алмас Әмиров, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты
Фәғилә – Зиләрә Юлтаева
Елена – Светлана Хәкимова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы / Алһыу Ғәлина, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Пластик төркөм:
Урал Әминов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты
Азат Вәлитов, Ш.Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты
Юнир Ҡоланбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы