28 ғинуар киске сәғәт етелә Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса “Эҙләнем, бәғерем, һине…” мелодрамаһы күрһәтелә. Спектаклдә һөйләгәндәрҙең барыһы ла тәүге минуттан йөрәккә уҡ булып ҡаҙала. Был – ир менән ҡатын мөнәсәбәте тураһында ғына ябай хикәйә түгел, был – бер-беребеҙгә ҡарата бәғерһеҙлек, һәр беребеҙҙең үҙәккә үтерлек яңғыҙлығы хаҡында. Ул тағы ла (ә бәлки, тәү сиратта) шул күңел яраларын уңалтыусы, эске һыҙланыуҙарҙы еңеләйтеүсе тик бер дауа булыуы хаҡындалыр – ул да булһа, мөхәббәт, күңел йылылығы һәм яҡыныңа ҡарата иғтибар.

Ролдәрҙә: Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Ш.Бабич исемендәге Республика йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Артур Кәбиров

Leave a Reply