Рәми Ғарипов тормошона һәм ижадына бағышланған спектакль

Рәми Ғарипов тормошона һәм ижадына бағышланған спектакль

11 февралдә М.Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған «Февраль. Буран…» спектакле күрһәтелә. Уның режиссеры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев. Сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева.

Был спектакль театр репертуарында инде 10 йыл рәттән уңышлы уйнала, күп кенә гастролдәрҙә күрһәтелә. Рәми ролендә Артур Кәбиров һәм Фирғәт Ғарипов уйнай ине. Быйыл Фирғәт Ғариповтың театр факультеты деканы булып китеүе сәбәпле Рәми роленә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ҡунаҡбаев индерелде. Рәми тураһында төшөрөлгән фильмда Артур Ҡунаҡбаев шағир образын кәүҙәләндерә, ул Рәми Ғариповтың ижадын, биографияһын яҡшы белә, шуға ла спектаклдәге ролгә үтә лә тап килеүен билдәләп үтә режиссер.

“Февраль Буран…” спектакленең тарихы тураһында Хөрмәтулла Ғәззали улы үҙенең “Таштуғайҙың ике батыры” китабында яҙа:

“Бер көндө Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова: «Быйыл Рәми Ғариповтың 80 йыллыҡ юбилейы, уның ижады хаҡында шиғри кисә үткәреү тәҡдименә нисек ҡарайһың?» — тип һораны. Мин уның тәҡдимен хупланым һәм Рәми ағайҙың шиғырҙарын һайлап алып, артистарға бүлеп бирҙек, эш башланыҡ. Шиғырҙарҙа авторҙың биографияһы, уның шәхес булып формалашыу юлы ярылып ята. Шуға күрә Гөлли Арыҫлан ҡыҙына: «Рәми Ғариповтың юбилейына арналған кисә тип иғлан итһәк, килгән тамашасы сәхнәлә барыбер Рәми Ғариповтың һынын, образын күрергә теләйәсәк. Сөнки сара театр сәхнәһендә үтәсәк бит», — тим. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы был фекер менән ризалашты, Зөһрә Бураҡаеваны, Рәми ағайҙың ҡыҙы Гөлнараны саҡырып, өсәүләп ултырып ниндәйерәк йүнәлештә эшләргә кәрәклеген хәл иттек. Рәми ағайҙың ижадын һәм биографияһын яҡшы белгән кеше булараҡ, Зөһрә Бураҡаева ҡыҫҡа ваҡытта ҙур күләмле сценарий яҙып алып килде. Уны ыҡсымлатып, бер формаға килтерҙек. Шундай билдәле шәхес тураһында спектакль ҡуйыуҙың яуаплылығын тойоп эш иттек… Премьераға тиклем ун көн алдан уҡ кассала билеттар һатылып бөткәйне. Ә премьера көнө залда алма төшөрлөк тә урын булманы. Тамашала Рәми ағайҙың гәүһәр бөртөгөнә тиң шиғырҙары, аяныслы тормош юлы хаҡында күренештәр, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Артур Кәбиров башҡарыуында композитор Илшат Яхин яҙған «Минең йондоҙом» йыры ғына ла ни тора?! Ул хәҙер йәштәрҙең яратҡан хитына әүерелде. Яҙыусыларҙың тамаша залын тултырып килеүҙәре һәм спектаклде бик эмоциональ ҡарауҙары, ҡул сабыуҙар, көсөргәнешле мәлдә көрһөнөүҙәр, күҙ йәштәре менән оҙатылып барыуы хәтергә уйылып ҡалды. Спектакль тамамланып, артистар баш эйгәндән һуң спектакль тәьҫиренән тамашасылар берәм-берәм сәхнәгә сығып: «Рәмиҙе ҡайтарғанығыҙ өсөн рәхмәт!» — тип артистарҙы алҡыштарға һәм сәскәләргә күмде. Шаршау ябылғас, Рәми ағайҙың балалары һәм оло йәштәге тамашасылар сәхнә артына эркелде. Рәми ағайҙы шәхсән күреп белеүселәрҙе таң ҡалдырған бер факт тураһында әйтергә теләйем. Ул да булһа — Рәми Ғарипов ролен башҡарыусы Артур Кәбировтың һәм Надя Ғарипова ролен башҡарыусы Ирада Фазлаеваның үҙ геройҙарына тышҡы булмыштары, ҡиәфәттәре менән ныҡ оҡшаш булыуҙары. Ҡыҫҡа ғына арауыҡта эшләп сығарҙыҡ был спектаклде, барыһы ла күңел биреп эшләгәс, һөҙөмтәһе лә яҡшы булды — һаман да театрҙың репертуарында. Киң йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалманы был тамаша: «Февраль. Буран…» спектакле режиссеры булараҡ мин 2013 йылда, ә ошо спектаклдә төп геройҙы башҡарған Артур Кәбиров 2016 йылда Рәми Ғарипов исемендәге премияға лайыҡ булдыҡ”.

“Февраль. Буран…” спектаклен яҡын арала 11 февраль һәм 11 март ҡарай алаһығыҙ. Спектаклгә билеттарҙы Пушкин картаһы менән алырға мөмкин.

Фотола: репетициянан күренештәр