Башдрам яңы исемдәр аса

Башдрам яңы исемдәр аса

Кисә, 27 ғинуарҙа театрыбыҙҙың Бәләкәй сәхнәһендә Балалар һәм йәш үҫмерҙәр өсөн «Драмквадратик» театр лабораторияһы» белем биреү проектының йомғаҡлауы үтте.7 ҡыҙ былтыр ҡыш беҙҙең  театрҙа үткән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн драматургик лаборторияһында ҡатнашты.  Проект Шотландияның Траверс театрындағы  (Эдинбург ҡалаһы) Class Act йәш үҫмерҙәр менән эшләү методикаһы буйынса алып барылды. Дәрестәрҙе йәш драматург, беҙҙең театрҙың шеф-редакторы  Ангиза Ишбулдина үткәрҙе. Унда уйындар, интерактив, телдән һәм яҙма күнегеүҙәр барышында балалар драматургия нигеҙҙәрен үҙләштерҙеләр һәм үҙҙәренең тәүге пьесаларын яҙҙылар. Кисә шул пьесаларҙы профессиональ актерҙар һәм режиссерҙар сәхнәгә сығарҙы. Шулай уҡ шул пьесаларҙан торған йыйынтыҡтың презентацияһы үтте.

Зал шығырым тулы булды, һәм тамашасы һәр миниспектаклде бик йылы ҡабул итте. Аҙаҡтан үҙҙәренең фекерҙәре, уй-кисерештәре менән бүлеште, теләктәрен яҙып ҡалдырҙы. Шулай уҡ ошо миниспектаклдәр араһынан ниндәйе Башдрам репертуарында нығынынып китә алыр, тип уйлағанына тауыш бирҙе. Театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин әйтеүенсә, был проект театр өсөн бик мөһим ваҡиға, ул беҙҙең театрҙа булырға һәм йәшәргә тейеш. Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов: “Мин пьесаларҙы күп уҡыйым. Унда: бына был пьеса мәктәп йәшендәге балалар өсөн йә был пьеса үҫмерҙәр өсөн, тип яҙыла. Әгәр ҙә шундай пьесаларҙы берәй оло профессиональ драматург яҙһа, күпселектә ул текста ысынбарлыҡҡа хас булмаған ниндәйҙер ялғанлыҡ була, үтә лә нәфис әҙәбиәт телеме… Ә бөгөн беҙгә, ололарға, балалар шундай нимәлер һөйләне… Беҙҙең киләсәгебеҙҙең ошондай булыуына мин ҡыуанам. Бөгөнгө проект – киләсәктә ижад менән шөғөлләнеүсе кешегә инвестиция, тип уйлайым”, – тип фекерҙәре менән бүлеште. Айрат Әхтәм улы шулай уҡ спектаклдә ҡатнашҡан барлыҡ артистарға, режиссерҙарға, рәссамдарға, шулай уҡ ойоштороусы театр хеҙмәттәренә рәхмәтен белдерҙе.

Йәш драматургтарҙың иседәрен тағы ла атап үтәйек, бәлки, уларҙың ижади юлдары тап ошо ДрамКвадратик проекты сиктәрендә яҙылған пьесаларҙан башланып китер әле: Екатерина Максимова, Таисия Иванова, Влада Тулупова, Айгөл Ибраһимова, Виктория Васильева, Александра Әсләмова, Елена Камалова.