ДИКТАНТТАН ҺУҢ — СПЕКТАКЛГӘ! БАШДРАМТЕАТР ТЕЛ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘШЕҮҘЕ ДАУАМ ИТӘ

Иртәгә, 17 апрелдә республикабыҙҙа «Башҡорт теленән диктант» Халыҡ-ара белем биреү акцияһы үтә. Был акцияла ҡатнашыу үҙ белемеңде һынап ҡарау ғына түгел, туған телеңә һәм мәҙәниәтеңә хөрмәт һәм һөйөү күрһәтеү өсөн дә яҡшы мөмкинлек. Ошо матур көндө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һеҙҙе тел тураһында әңгәмәне сәхнәлә дауам итергә саҡыра. Тамашасыларҙы Мостай Кәримдең мәңгелек […]
БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНДА “КЕШЕ БУЛЫП ҠАЛЫРҒА” СПЕКТАКЛДЕҢ ПРЕМЬЕРАҺЫ ҮТТЕ

9 апрель Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә «Кеше булып ҡалырға» /«Остаться человеком» (Елена Коллегова, режиссер Хөрмәтулла Үтәшев) спектакленең премьераһы үтте! Тамашасылар иғтибарына спектакль башҡорт телендә тәҡдим ителде. Артем Егоров ролендә – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы,Ш.Бабич ис.дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илгиз Таһиров, Алина образында – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, режиссер Рафаэль […]
«КЕШЕ БУЛЫП ҠАЛЫРҒА» СПЕКТАКЛЕНЕҢ КИҢ МАТБУҒАТ ВӘКИЛДӘРЕ ӨСӨН МАХСУС КҮРҺӘТЕҮЕ БУЛДЫ

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Елена Коллегова пьесаһы буйынса, режиссёр Хөрмәтулла Үтәшев ҡуйған «Кеше булып ҡалырға» спектакленең пресс-күрһәтеүе уҙҙы. Сараға республика һәм федераль матбуғат вәкилдәре, мәҙәниәт өлкәһе эксперттары саҡырылды. Спектаклдән һуң журналистарҙың режиссёр, ижади төркөм һәм актерҙар менән аралашыу мөмкинлеге булды. Осрашыу йылы мөхиттә үтте. Тамашасылар спектаклдә күтәрелгән темаларҙың көнүҙәклеген һәм сценографияның […]
ТЕАТР МУЗЕЙЫНДА «КОСТЮМДЫҢ МИНИАТЮР КҮСЕРМӘҺЕНДӘГЕ СПЕКТАКЛЬ» КҮРГӘҘМӘҺЕ АСЫЛА

27 марттан алып 28 июнгә тиклем театр музейында сәхнә костюмдары сәнғәтенә арналған «Миниатюрала – сәхнә костюмдары» күргәҙмәһе эшләй. Тегеү цехының начальнигы, үҙ эшенең тәжрибәле оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ия Дмитриевна Стародумова етәкселегендә төрлө йылдарҙағы спектаклдәргә тегелгән сәхнә костюмдарының миниатюр күсермәләре булдырылды. Театр костюмы миниатюраһы – ул күсермә генә түгел, ә үҙаллы сәнғәт төрө. Ул тамашасыға костюмдар […]
“ТЕАТР ЯҘЫ” РЕСПУБЛИКА КОНКУРС-ФЕСТИВАЛЕНӘ ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ

Театр сәнғәте байрамына әүерелгән Х «Театр яҙы – 2026» республика конкурс-фестиваленә 27 мартта – Халыҡ-ара театр көнөндә – йомғаҡ яһалды. Фестиваль лауреаттары: 1. Гран-при М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” (Г.Ғиззәтуллина, реж.А.Абушахманов) спектакленә тапшырылды. 2. «Иң яҡшы режиссёр эше» номинацияһында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында […]
ҺУҢҒЫ СПЕКТАКЛДӘР УЙНАЛҒАН. ОСРАШҠАНҒА ТИКЛЕМ!

Әле күптән түгел генә Х «Театр яҙы – 2026» конкурс-фестиваленең асыу тантанаһы үткән ине, бөгөн иһә был театр сәнғәте байрамына йомғаҡ яһайбыҙ. Ошо арауыҡта күпме спектаклдәр, асыштар, йылы осрашыуҙар булды ла, ваҡыттың үтеүе һиҙелмәй ҙә ҡалды. Кисә фестиваль программаһының һуңғы спектаклдәре уйналды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Лики» халыҡ театры «Ромео һәм Джульетта» (У.Шекспир, реж. А. […]
БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ АКТРИСАЛАРЫ МӘЖИТ ҒАФУРИҘЫҢ ЙОРТ-МУЗЕЙЫНДА ОСРАШЫУ ҮТКӘРҘЕ

26 март, Бөтә донъя театр көнө айҡанлы, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисалары — Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илсөйәр Ғәзетдинова һәм йәш, талантлы актриса Лилиә Ғәлина менән осрашыу ойошторолдо. Сарала “Ҡара йөҙҙәр” спектакленең театр тарихындағы тотҡан урыны, төрлө йылдарҙа ҡуйылышы, ролдәрҙе башҡарған артистар тураһында һөйләшеү, […]
ФЕСТИВАЛДЕҢ ҺУҢҒЫ КӨНДӘРЕ!

«Театр яҙы — 2026» фестивале тамамланыуға яҡынлаша. Кисә биш көн дауамында барған мәғариф программаһының һуңғы этабы үтте. Актерҙар Йортоноң Тамаша залында Родион Белецкийҙың «Сценарий бүлмәһе»ндә пьесалар проекттары буйынса питчинг булды. Ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп, ижади асыштарҙан илһам алырға килгән тамашасыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Кисен фестиваль сәхнәһе театр һөйөүселәргә ике төрлө сағыу тамаша бүләк итте: Салауат башҡорт драма […]
ПРЕМЬЕРАЛЫ ГАСТРОЛДӘРЕБЕҘ!

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “КЕШЕ БУЛЫП ҠАЛЫРҒА ” / “ОСТАТЬСЯ ЧЕЛОВЕКОМ” спектакле премьераһы Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында, Учалы ҡалаһында үтте. Елена Коллегованың әҫәре буйынса спектаклде Хөрмәтулла Үтәшев сәхнәләштерҙе, проекттың художество етәксеһе – Айрат Абушахманов. “Кеше булып ҡалырға” спектакле сюжеты Бөйөк Ватан һуғышы тураһында төшөрөләсәк фильмдың кастингы тирәләй бара. Постановкала илһөйәрлек, яуаплылыҡ […]
«ТЕАТР ЯҘЫ — 2026» ФЕСТИВАЛЕНЕҢ БИШЕНСЕ КӨНӘ!

24 март фестиваль сағыу ваҡиғалар менән дауам итте! Дмитрий Кошмин менән сәхнә теле лабораторияһының һуңғы дәрестәре үтте, ә драматургтар өсөн Родион Белецкий етәкселегендәге «Сценария бүлмәһе» мастер-классы дауам итте. Көндөҙ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры «Герой» (Д. Ҡәйүмова, реж. Ф. Гарипов) спектаклен ҡуйҙы. Кисен М. Кәрим исемендәге Милли […]
«ТЕАТР ЯҘЫ — 2026» ФЕСТИВАЛЕНЕҢ ЯРТЫҺЫ ҮТЕП ТӘ КИТТЕ!

Дуҫтар, фестивалдең экваторына ла килеп еттек, оло сәфәребеҙҙең яртыһы артта ҡалды! Һәр көн фәһемле асылыуҙарға, иҫтә ҡалырлыҡ ижади осрашыуҙарға бай булды, дүртенсе көн дә ошо йолаға тоғро ҡалды. Белем биреү программаһы ҡатнашыусыларҙы йәнә бергә йыйҙы: Родион Белецкий һәм Дмитрий Кошминдың оҫталыҡ дәрестәре, ә Башдрамтеатрҙың Бәләкәй сәхнәһендә Артём Лаврентьевтың «Нейроселтәрҙәр һәм театр» лекцияһы үтте. Театр доньяһы […]
«ТЕАТР ЯҘЫ» ФЕСТИВАЛЕНЕҢ СИРАТТАҒЫ САҒЫУ КӨНӨ ҮТЕП КИТТЕ!

Театр иртәһе Родион Белецкий етәкселегендә үткән “Сценарий бүлмәһе”ндә башланды. Драматургтар заманса эш алымдарын тикшерҙе, театр тексын яңыса ҡарау юлдарын барланы. Параллель рәүештә Актерҙар йортонда Дмитрий Кошмин лабораторияһы барҙы. М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрының бәләкәй залында Дарья Георгиҙың “Театрҙар өсөн Яндекс.Директ” оҫталыҡ дәресе үтте. Спикер үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм ошондай осрашыуҙар театр мөхитендә ысын […]
«ТЕАТР ЯҘЫ — 2026» ФЕСТИВАЛЕНЕҢ ИКЕНСЕ КӨНӨ

Белем биреү программаһы сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре ҡыҙыу рәүештә дауам итте. Б. Йосопова исемендәге Актёрҙар йортоноң бәләкәй залында драматургтар өсөн “Сценарий бүлмәһе” тип аталған махсус курс башланып китте. Был курсты Рәсәй яҙыусыһы, драматург һәм сценарист Родион Белецкий алып бара. Яңы идеялар, һөнәри тәжрибә уртаҡлашыу һәм заманса драматургиялағы тенденциялар тураһында фекер алышыуға арналған креатив майҙансыҡ. Шул уҡ […]
КЕШЕ БУЛЫП ҠАЛЫРҒА

Бөгөнгө күҙлектән сығып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Луганск актёрҙары тураһында пьеса буйынса ҡуйылған был спектакль илһөйәрлек тәрбиәләүҙә мөһим мәсьәләләрҙе күтәрә. МХО-ла ҡатнашыусының тарихы сәхнә менән тормош араһындағы сиктәрҙе юйып, әҫәрҙә һалынған тәрән темаларҙы аса. Сюжет үҙәгендә – Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы фильм кастингы һәм ундағы көсөргәнешле әңгәмә. Кинорежиссёр ҡаршыһына һуғышты сценарий буйынса ғына түгел, үҙ […]
М. ГАФУРИ ИС. БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫНДА X «ТЕАТР ЯҘЫ – 2026» РЕСПУБЛИКА ФЕСТИВАЛЕНЕҢ ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҮТТЕ

17 март М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрында X «Театр яҙы – 2026» Республика фестивале туғыҙ йылдан һуң яңынан башланыуы айҡанлы пресс-конференция үтте. Был осрашыу Башҡортостан театр өлкәһенең төп әһелдәрен йыйҙы. Матбуғат конференцияһында Зиннур Сөләймәнов (фестиваль һәм театр директоры), Виктория Замесина (Стәрлетамаҡ дәүләт урыҫ драма театры директоры), Алмас Әмиров (Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе), […]
ӨФӨЛӘ «ТЕАТР ЯҘЫ – 2026» ҮТӘСӘК

2026 йылдың 20–27 мартында Өфөлә Башҡортостан Республикаһының театр тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе – «Театр яҙы – 2026» Республика конкурс-фестивале үтәсәк. Фестиваль төбәктең театр коллективтарын, билдәле сәхнә оҫталарын һәм киң тамашасы аудиторияһын берләштерәсәк. Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы. Фестивалдең төп маҡсаттары – республикала театр сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү, профессиональ бәйләнештәрҙе нығытыу, сәхнәләге […]
«АЛТЫН БИТЛЕК» ЭКСПЕРТЫ ЕКАТЕРИНА МОРОЗОВА: БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНЫҢ «ҠАРА ЙӨҘҘӘР» СПЕКТАКЛЕ КӨСЛӨ ХИС-ТОЙҒОЛАР УЯТА

11 март Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына Рәсәй театр сәнғәте институтының доценты, «Г.Г. Дадамян мәктәбе» Юғары сәхнә сәнғәте мәктәбенең педагогы, Дәүләт сәнғәтен өйрәнеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, Милли театр премияһы һәм «Алтын битлек» фестивале эксперты, танылған театр белгесе һәм тәнҡитсе Екатерина Борисовна Морозова ҡунаҡҡа килде. Екатерина Борисовна Өфөгә Рәсәйҙә дәүләт театры барлыҡҡа килеүҙең […]
8 МАРТ МЕНӘН!

Ҡәҙерле үә хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Хистәрҙе алһыу таңдарға, аҡ бәхеткә, сәскәле болондарға, асыҡ күк йөҙөнә, алтын һары ҡояшҡа көйләгән матур яҙ байрамы менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә яҡлаулы, яғымлы тормош теләйбеҙ, шатлыҡтарҙы уртаҡлашыр яҡындарығыҙ янығыҙҙа булһын. Ғәзиздәрегеҙҙе тәмле аштар, йылы осрашыуҙар менән ҡыуандырып, ғүмерҙең һәр яңы көнөн йылмайып ҡаршыларға яҙһын. Тормоштоң биҙәге лә, терәге лә – һеҙ, гүзәл […]
ӨФӨЛӘ «ТЕАТР ЯҘЫ – 2026» ҮТӘСӘК!

2026 йылдың 20–27 мартында Өфөлә Башҡортостан Республикаһының театр тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе – «Театр яҙы – 2026» Республика конкурс-фестивале үтәсәк. Фестиваль төбәктең театр коллективтарын, билдәле сәхнә оҫталарын һәм киң тамашасы аудиторияһын берләштерәсәк. Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы. Фестивалдең төп маҡсаттары […]
КИЯҮҘӘР ПРЕМЬЕРАҺЫ БУЛДЫ!

“Шунан, туй нисек үтте?” тиҙәр, ғәҙәттә. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында “Кейәүҙәр” музыкаль комедия премьераһы туйҙың үҙеләй күңелле, ихлас булды. Тамашасыларҙы төп ҡунаҡтай ҙурлап, фойела уҡ байрамса ҡаршы алыу ойошторолдо. Кәләш яғынанбыҙ, тип мәрәкәләгәндәргә – алһыу, үҙҙәрен кейәү яғы тип танытҡандарға күк таҫмалар тағып, ҡунаҡтар өсөн тамада Ләйсән Мәзитова йырлы-бейеүле уйын ойошторҙо. Залдағы […]