МИҢЗӘЛӘ ХӘЙРУЛЛИНА ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕНӘ САҠЫРА

МИҢЗӘЛӘ ХӘЙРУЛЛИНА ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕНӘ САҠЫРА

30 октябрь 19:00 сәғәттә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллинаның юбилей бенефисы үтәсәк.

Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы – күп йылдар дауамында театр сәнғәтенә мөһим өлөш индергән шәхес, бихисап һоҡланғыс ролдәр сығарған, бай тәжрибәле, талантлы актриса.

Кисә барышында тамашасыларға «Ҡоҙаса» (Б.Бикбай, З.Исмәғилев, режиссер А.Абушахманов) музыкаль комедияһы тәҡдим ителәсәк. Был көндө актриса тамашасы алдына Мәхмүзә ролендә сығасаҡ. Сәхнә әҫәренең нигеҙендә ҡыҙыҡлы сюжет, көлкөлө хәл-ваҡиғалар, күңелле һәм дәртле йыр-моңдар.
Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!