БАШДРАМ АРТИСТАРЫ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН ТАНТАНАЛЫ КОНЦЕРТТА ҠАТНАШТЫ

БАШДРАМ АРТИСТАРЫ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН ТАНТАНАЛЫ КОНЦЕРТТА ҠАТНАШТЫ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы концертта ҡатнашты. Сара «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Салауат Юлаевтың «Тыуған илем» шиғырынан өҙөк һөйләне һәм башҡорт батырҙары образдарын кәүҙәләндерҙе. Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Ҡунаҡбаев сәхнәлә Рәми Ғарипов образын һынландырҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Артур Кәбиров — Шайморатов генерал, Илгиз Таһиров Шәйехзада Бабич образдарында сығыш яһаны.

Артистар өсөн республика тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәрҙе сәхнәлә һынландырыу ҙур яуаплылыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо менән бәйле.

— Бөгөн Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған ҙур концертта Шайморатов генерал ролендә сығыш яһаным. Әлбиттә, был бик тулҡынландырғыс. Республикабыҙҙың иң ҙур байрамдарының береһендә күп һанлы артистар һәм ижади коллективтар менән бергә ҡатнашыу — ҙур яуаплылыҡ. Артабан да тыуған Башҡортостаныма тик уңыштар ғына теләйем, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Кәбиров.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев тә байрам концертының прологында коллегалары менән бергә сығыш яһауҙың үҙе өсөн айырыуса ғорурлыҡ булыуын билдәләне. Башҡортостандың билдәле шәхестәре образдарын бер сәхнәлә кәүҙәләндереү, республика тарихын һәм мәҙәни мираҫын ҙур сәхнәлә күрһәтеү артистарҙы бер маҡсатҡа тупланы.

Тантаналы концерт мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, йәмәғәтселек вәкилдәрен һәм республика халҡын берләштерҙе. Сара тыуған ергә һөйөүҙе, тарихи хәтергә ихтирамды һәм Башҡортостандың рухи мираҫына тоғролоҡто сағылдырҙы.