Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының артистары Чечен Республикаһына гастролгә юлланды! «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакле Грозныйҙа үтәсәк VII «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивалендә ҡатнаша.
4 октябрҙә сәғәт 19:00 сәғәттә спектакль Ханпаши Нурадилов исемендәге Чечен дәүләт академия драма театры сәхнәһендә күрһәтеләсәк.
Ижади коллективыбыҙға хәйерле, имен юл, һүнеп бармаҫ илһам һәм Грозный тамашасыһының ҡайнар алҡыштарын теләйбеҙ! Аҡ юл һеҙгә!