ТЕАТР АРТИСТАРЫН ЮҒАРЫ НАГРАДА МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

ТЕАТР АРТИСТАРЫН ЮҒАРЫ НАГРАДА МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

17 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең театр артистары ла бар.

«Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә драма артисы Артур Ҡунаҡбаев лайыҡ булды.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеме Лилиә Ғалинаға, Айнур Ситдыҡовҡа һәм Гөлназ Хайсароваға бирелде.

Ҡәҙерле артистарыбыҙ! Һеҙҙе юғары награда алыуығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә ижади уңыштар, артылыштар, төрлө ҡыҙыҡлы ролдәр һәм илһамлы тормош теләйбеҙ. Күңел һалып башҡарған хеҙмәтегеҙ һеҙгә илһам, йәшәү дәрте, шатлыҡ өҫтәһен, ижадығыҙ нурлы, сағыу булһын!