Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакле 2026 йылдың 29 сентябренән 6 октябргә тиклем Грозныйҙа үтәсәк VII «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивале афишаһына инде.
Фестиваль илдең милли театрҙарын берләштереп, Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылының төп театраль ваҡиғаларының береһе буласаҡ. Программала – Башҡортостан, Татарстан, Төньяҡ Осетия, Яҡутстан, Чечен Республикаһы, Мордовия, Дағстан, Ҡабарҙа-Балҡар һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре театрҙары спектаклдәре.
Беҙҙең театр фестивалдә Гөлсирә Ғиззәтуллинаның пьесаһы буйынса театрҙың баш режиссёры Айрат Абушахманов ҡуйған «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» кинодрамаһын күрһәтергә әҙерләнә. «Алтын битлек» милли театр премияһы исемлегенә ингән кеше яҙмышы тураһында спектакль тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөрҙө.
4 октябрҙә 19:00 сәғәттә «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакле Ханпаша Нурадилов исемендәге Чечен дәүләт академия драма театры сәхнәһендә күрһәтеләсәк.
2019 йылда Грозныйҙа үткән тәүге фестивалдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Гүзәл Яхина романы буйынса «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен күрһәтте һәм бик яҡшы тәнҡит һәм тамашасыларҙың йылы ҡаршы алыуына лайыҡ булды.
Шулай уҡ «Федерация» фестивалендә Таңсулпан Ғарипованың пенталогияһы мотивтары буйынса «Бөйрәкәй» спектакле ҡатнашты, ул киң фекер алышыуға сәбәп булды. Хәҙер Грозныйҙа беҙҙең театрҙы белгән, яратҡан һәм һәр фестивалдә көтөп алған үҙ тамашасылары бар.
— Башҡорт академия театры өсөн «Федерация» фестивале хәҙер сит сара ла, сит кешеләр ҙә түгел. 2019 йылда «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен тамашасылар һәм тәнҡитселәр йылы ҡабул итте. Һуңынан фестивалдә «Бөйрәкәй» ҡатнашты, ул да ҙур баһа алды. Бөгөн Грозныйҙа һәр фестивалдә Башҡорт драма театрын көтөп алған тамашасылар бар. «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакленең һайлап алыу турын үтеп, Чечен Республикаһының баш ҡалаһында күрһәтеләсәгенә бик шатмын, — тип билдәләне Айрат Абушахманов.