Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Зиләрә Юлтаева XVII “Һүҙ оҫтаһы” Республика конкурсында II урын яуланы!
19 октябрҙә Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда үткән конкурста актриса Светлана Алексиевичтың «У войны не женское лицо» әҫәренән өҙөктө башҡорт телендә башҡарып, жюри һәм тамашасылар иғтибарын йәлеп итте.
«Профессионалдар» номинацияһында төрлө театрҙарҙың актерҙары менән көс һынашып, юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән Зиләра Юлтаеваны ихлас ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!