М. ГАФУРИ ИС. БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫНДА X «ТЕАТР ЯҘЫ – 2026» РЕСПУБЛИКА ФЕСТИВАЛЕНЕҢ ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҮТТЕ

17 март М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрында X «Театр яҙы – 2026» Республика фестивале туғыҙ йылдан һуң яңынан башланыуы айҡанлы пресс-конференция үтте. Был осрашыу Башҡортостан театр өлкәһенең төп әһелдәрен йыйҙы. Матбуғат конференцияһында Зиннур Сөләймәнов (фестиваль һәм театр директоры), Виктория Замесина (Стәрлетамаҡ дәүләт урыҫ драма театры директоры), Алмас Әмиров (Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе), […]
ӨФӨЛӘ «ТЕАТР ЯҘЫ – 2026» ҮТӘСӘК

2026 йылдың 20–27 мартында Өфөлә Башҡортостан Республикаһының театр тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе – «Театр яҙы – 2026» Республика конкурс-фестивале үтәсәк. Фестиваль төбәктең театр коллективтарын, билдәле сәхнә оҫталарын һәм киң тамашасы аудиторияһын берләштерәсәк. Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы. Фестивалдең төп маҡсаттары – республикала театр сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү, профессиональ бәйләнештәрҙе нығытыу, сәхнәләге […]
«АЛТЫН БИТЛЕК» ЭКСПЕРТЫ ЕКАТЕРИНА МОРОЗОВА: БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНЫҢ «ҠАРА ЙӨҘҘӘР» СПЕКТАКЛЕ КӨСЛӨ ХИС-ТОЙҒОЛАР УЯТА

11 март Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына Рәсәй театр сәнғәте институтының доценты, «Г.Г. Дадамян мәктәбе» Юғары сәхнә сәнғәте мәктәбенең педагогы, Дәүләт сәнғәтен өйрәнеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, Милли театр премияһы һәм «Алтын битлек» фестивале эксперты, танылған театр белгесе һәм тәнҡитсе Екатерина Борисовна Морозова ҡунаҡҡа килде. Екатерина Борисовна Өфөгә Рәсәйҙә дәүләт театры барлыҡҡа килеүҙең […]
8 МАРТ МЕНӘН!

Ҡәҙерле үә хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Хистәрҙе алһыу таңдарға, аҡ бәхеткә, сәскәле болондарға, асыҡ күк йөҙөнә, алтын һары ҡояшҡа көйләгән матур яҙ байрамы менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә яҡлаулы, яғымлы тормош теләйбеҙ, шатлыҡтарҙы уртаҡлашыр яҡындарығыҙ янығыҙҙа булһын. Ғәзиздәрегеҙҙе тәмле аштар, йылы осрашыуҙар менән ҡыуандырып, ғүмерҙең һәр яңы көнөн йылмайып ҡаршыларға яҙһын. Тормоштоң биҙәге лә, терәге лә – һеҙ, гүзәл […]
ӨФӨЛӘ «ТЕАТР ЯҘЫ – 2026» ҮТӘСӘК!

2026 йылдың 20–27 мартында Өфөлә Башҡортостан Республикаһының театр тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе – «Театр яҙы – 2026» Республика конкурс-фестивале үтәсәк. Фестиваль төбәктең театр коллективтарын, билдәле сәхнә оҫталарын һәм киң тамашасы аудиторияһын берләштерәсәк. Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы. Фестивалдең төп маҡсаттары […]
КИЯҮҘӘР ПРЕМЬЕРАҺЫ БУЛДЫ!

“Шунан, туй нисек үтте?” тиҙәр, ғәҙәттә. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында “Кейәүҙәр” музыкаль комедия премьераһы туйҙың үҙеләй күңелле, ихлас булды. Тамашасыларҙы төп ҡунаҡтай ҙурлап, фойела уҡ байрамса ҡаршы алыу ойошторолдо. Кәләш яғынанбыҙ, тип мәрәкәләгәндәргә – алһыу, үҙҙәрен кейәү яғы тип танытҡандарға күк таҫмалар тағып, ҡунаҡтар өсөн тамада Ләйсән Мәзитова йырлы-бейеүле уйын ойошторҙо. Залдағы […]
“ЙӨРӘК ЙЫЛЫҺЫ – ИЛ ҺАҠСЫЛАРЫНА”: БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНАН ПОСЫЛКА ЯУГИРҘАРҒА ТАПШЫРЫЛДЫ

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы исеменән махсус хәрби операциялағы егеттәргә «ЕТЕ ҠЫҘ» ойошмаһы ярҙамында оҙатҡан ылау имен барып еткән. Әлеге изге эшкә үҙ көсөн индергән һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Тыуған яҡтарынан йыраҡта илебеҙ именлеге өсөн көрәшкән яугирға һаулыҡ теләйбеҙ. Яҡындарығыҙ янына, йылы йорттарығыҙға тиҙерәк әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Донъялар имен булһын!
АРХАНГЕЛ РАЙОНЫ ТАМАШАСЫЛАРЫ ИҒТИБАРЫНА!

5 мартта М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һеҙҙең районға гастролгә килә. Зифа Ҡадырованың әҫәре буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған “ҺИНҺЕҘ КИЛГӘН ЯҘҘАР” мелодрамаһын, үҫмерҙәр тарихтары жанрында сәхнәләштерелгән “ВНУТРИ МЕНЯ ЦУНАМИ” спектаклен Архангел район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә уйнабыҙ. БИЛЕТТАР: 15:00 “Внутри меня цунами” / Билеты 19:00 “Һинһеҙ килгән яҙҙар” / Билеты
Һағышты баҫыр көскә эйә йыр-моң

Күптән түгел М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры оркестрының Өфө хосписында үткән концерты ла дауаланыусыларҙы сәнғәт көсө менән йыуатыу, киләсәккә яҡты өмөт бүләк итеүгә ҡоролдо. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Урал Иҙелбаев етәкселегендәге ижади төркөм хосписта спектаклдәрҙән көй-моңдар, классик әҫәрҙәр уйнап ишеттерҙе. Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегет башҡарыуында йырҙар ярҙамға, иғтибарға мохтаждарға бер мәлгә […]
МХО ҠАТНАШЫУСЫЛАРЫ ӨСӨН УҢАЙЛЫ QR-КОД БУЛДЫРЫЛДЫ

Хөрмәтле тамашасылар! Дәүләт хеҙмәттәре порталында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы статусын раҫлау өсөн уңайлы ысул – QR-код булдырылды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзалары спектаклгә льгота буйынса билет алғанда статустарын телефон аша ғына ла күрһәтеп иҫбатлай ала. Тулыраҡ: www.gosuslugi.ru/culturesmo Раҫлау тәртибе: – Дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған яҙмағыҙ булырға тейеш – “Получить” төймәһенә баҫһағыҙ һеҙҙең туралағы […]
ТЕАТР ДЕЛЕГАЦИЯҺЫ МИЛЛИ МӘКТӘПТӘР ДИРЕКТОРҘАРЫ ФОРУМДА СЫҒЫШ ЯҺАНЫ

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Зиннур Сөләймәнов, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Милли мәктәптәр директорҙары менән осрашыуҙа З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты базаһында Башдрамтеатр өсөн актерҙар әҙерләйәсәк махсус курс тураһында һөйләште. Институтта “Актер оҫталығы” курсына 11 класты тамамлаған егет һәм ҡыҙҙар алына. Улар өсөн дүрт турҙан торған имтихан үткәрелә. […]
ТЕАТРҒА ПЬЕСА ТӘҠДИМ ИТЕҮ ТӘРТИБЕ

Хөрмәтле авторҙар һәм драматургтар! Беҙҙең театр менән ҡыҙыҡһыныуығыҙ, әҫәрҙәрегеҙҙе тәҡдим итеүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм авторҙар менән эшләүгә бәйле шарттар тураһында йәнә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: • пьеса менән бергә түбәндәге форма буйынса, 1–2 бит күләмендә синопсис ебәрергә кәрәк. Синопсис беҙгә әҫәр менән тиҙ арала танышырға, уның мәғәнәһен, фекерен асыҡларға ярҙам итәсәк; • әгәр пьеса беҙҙең ағымдағы […]
ЗИННУР СӨЛӘЙМӘНОВ УҠЫУСЫЛАР МЕНӘН ОСРАШТЫ

Буласаҡ студенттар менән әңгәмә һөнәр һайлау, әҙәбиәт һәм гуманитар белемдең әһәмиәте темаһына ҡоролдо, шулай уҡ йәштәр өсөн театр өлкәһе тәҡдим иткән мөмкинлектәр телгә алынды. Осрашыу барышында Зиннур Сөләймәнов уҡыусыларҙы актер һөнәренең бөгөнгө талаптары, классик һәм милли драматургия төшөнсәләре менән таныштырҙы, мәктәптән профессиональ сәхнәгәсә юл үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Башдрамтеатр […]
БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНДА «КЕЙӘҮҘӘР»СПЕКТАКЛЕНЕҢ РЕПЕТИЦИЯЛАРЫ БАРА

Урамдағы сатлама һыуыҡ нимә ул – “Кейәүҙәр” спектакле репетициялары ҡыҙыу фекер алышыуҙар, яңы ижади көстәр менән дауам итә. Отҡор тамашасыларыбыҙ фотоларҙағы йәш йырсыны танығандыр ҙа әле?! Эйе, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Хәй Вәхит әҫәре буйынса Фирғәт Ғарипов сәхнәләштергән музыкаль комедияла Айҙар Исхаҡов башҡарыуында йырҙар яңғыраясаҡ. Айҙар З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт […]
ТУЙМАЗЫ, ОКТЯБРЬСКИЙ, ДҮРТӨЙЛӨ ҠАЛАЛАРЫ ТАМАШАСЫЛАРЫ ИҒТИБАРЫНА!

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һеҙҙең тарафтарға “ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТЕП ӨЛГӨРМӘНЕМ” спектакле менән гастролгә килә. 4 февраль 19:00 / Туймазы ҡалаһының “Родина” мәҙәниәт йорто. Билеттар 5 февраль 19:00 / Октябрський ҡалаһы музыка колледжы. Билеттар 10 февраль 19:00 / Дүртөйлө район мәҙәниәт йорто. Билеттар Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәре буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған кинодрама Бөйөк Еңеүҙең […]
КЕЙӘҮҘӘР

«Туй! Туй! Туй! Ҡапҡаларҙы асып ҡуй!..» Никах көнө килеп етте, ҡунаҡтар саҡырылған, мул табындар әҙер. Әммә туй мәшәҡәттәре Банат менән Рәсүлдең мөхәббәтен дә һынау алдына ҡуя – кейәү кеше кәләшенә үпкәләп, тантананы ташлап сығып китә… Туғандар, ҡунаҡтар алдында нисек оятҡа ҡалмаҫҡа? Банатҡа был хәлдәрҙән сығыу өсөн берҙән-бер ысул – әхирәтенең егетен кейәүе итеп таныштырырға! Әммә […]
ГӨЛФИӘ РАФИҠОВАНЫҢ ЮБИЛЕЙЫ “МӨХӘББӘТ ҠОШТАРЫ”БЕНЕФИС СПЕКТАКЛЕ МЕНӘН БИЛДӘЛӘНДЕ

Бөгөн “Мөхәббәт ҡоштары” спектакле Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлфиә Рафиҡованың 55 йәшлек юбилейына арнап уйналды. Илшат Йомағолов пьесаһы буйынса Фирғәт Ғарипов ҡуйған был музыкаль комедияла актриса Таибә ролендә сығыш яһаны. Юбилярҙың шатлығын уртаҡлашырға уның ижадын һөйгән тамашасылар, яҡындары, коллегалары, яҡташтары йыйылды. Спектакль һуңында театр директоры Зиннур Сөләймәнов залдағыларҙы Артист көнө менән тәбрикләп, байрам кисендә Башҡортостандың халыҡ […]
АРТИСТ КӨНӨ АЛДЫНАН ТЕАТРҒА ФИДАН ҒАФАРОВТЫҢ БЮСЫ ҠАЙТТЫ

Уның авторы – Ҡазан ҡалаһындағы В.И. Ленин исемендәге мәҙәниәт-ял комплексы рәссамы, скульптор Хәлит Миңлеғәлиев. Татарстан Республикаһының билдәле рәссамы артистың бюсын фотоһүрәт буйынса гипс, пластик ҡулланып эшләй. Бюст тарихы тураһында Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров һөйләй: “Атайым Ҡазан ҡалаһында концерт менән сығыш яһағанда, мәҙәниәт һарайының рәссамы менән танышып-һөйләшеп китә һәм уға: “Хәлит, был донъянан китеп барһам, […]
ЭЛЬВИРА ЮНЫСОВА МЕНӘН ТЕАТР ДОНЪЯҺЫН АСАБЫҘ

Быйыл Рәсәйҙең театр эшмәкәрҙәре союзы 150 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан үткәрелгән “Театр. Призвание” марафонына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры мәҙәни мөхиттә үҙенсәлекле осрашыуҙар шәлкеме менән ҡушыла. Бөгөн ошо сараларҙың тәүгеһе итеп Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Юнысова менән театр буйлап экскурсия ойошторолдо. СССР-ҙың беренсе халыҡ артисы, күренекле педагог, актер оҫталығы системаһын […]
БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНДА ТӘҮГЕ ТАПҠЫР АРТИСТАР КӨНӨ БИЛДӘЛӘНДЕ

Артист көнө уңайынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән актерҙарға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Театр директоры Зиннур Сөләймәнов, баш режиссер Айрат Абушахманов труппаның оло быуын артистары менән сәй табыны артында осрашып, уларҙы борсоған мәсьәләләр, ҡыуандырған ваҡиғалар хаҡында һөйләште. Һөнәри байрамдарын билдәләгән сәхнә оҫталары әңгәмә барышында йәшлек хәтирәләренә ҡайтып әйләнде, театр […]