ЯҢЫ 2026 ЙЫЛ МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Дуҫтар, һеҙҙе М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры исеменән Яңы 2026 йыл менән ҡотлайбыҙ! Һәр ҡайһыбыҙға яҡты киләсәккә, мөғжизәгә ышаныс бүләк иткән был байрамды рәхмәтле булып ҡаршы алып, алдыбыҙға ҡыйыу маҡсаттар ҡуяйыҡ, яңы үрҙәр яулайыҡ. Башҡорт театр сәнғәте күгендә яңы йондоҙҙар балҡыһын, йыл сағыу ваҡиғаларға бай булһын! Хуш киләһең, Яңы йыл!
М.ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ РЕСПУБЛИКАБЫҘ ХАЛЫК-АРА МИЛЛИ ТЕАТРҘАР СИМПОЗИУМЫНДА ҠАТНАШТЫ.

Европа, Азия, Төнъяҡ Америка ҡитғаларынан тиҫтәләгән ил делегаттарының эшлекле аралашыуы онлайн рәүештә барҙы. Театрҙың директор вазифаһын башҡарыусы Зиннур Сөләймәнов, баш режиссер Айрат Абушахманов, директор урынбаҫары Иршат Фәйзуллин, баш мөхәррир Динара Ҡәйүмова симпозиумда ҡатнашыусыларҙы театрҙың тарихы менән таныштырып, бөгөнгө эш барышы һәм киләсәктә әлеге сәнғәт төрөн йәшәтеү, үҫтереү буйынса атҡарыласаҡ ғәмәлдәр хаҡында һүҙ тотто. Милләт һәм […]
МУЛЛАЯН СӨЙӘРҒОЛОВ МЕНӘН ХУШЛАШЫУ

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Муллаян Зыяйетдин улы Сөйәрғолов менән бәхилләштеләр. Бөйөк артисты һуңғы юлға оҙатырға туғандары, коллегалары, дәүләт һәм йәмәғәт вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре, тамашасылар килде. Матәм митингыһын М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры вазифаһын башҡарыусы Зиннур Сөләймәнов алып барҙы. – Муллаян Зыяйетдин улы […]
АУЫР ЮҒАЛТЫУ

92-се йәшендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы СӨЙӘРҒОЛОВ МУЛЛАЙӘН ЗЫЯЙЕТДИН улы вафат булды. Артистың ғаиләһенең, яҡындарының, коллегаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ул меңәрләгән тамашасыларҙың яратҡан актеры булып мәңге хәтерҙә ҡаласаҡ. Хушлашыу 14 декабрҙә 10:00 сәғәттә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтә.
ТЕАТР ЕТӘКСЕЛЕГЕ ВАХТАНГОВ ФЕСТИВАЛЕНДӘ ҠАТНАШТЫ

Театрҙың йөрәге сәхнә һәм унда ҡуйылған спектакль булһа, шаршауҙың икенсе яғында тамашаны төрлө яҡлап әҙерләүсе цехтар һәм бүлектәр барлығы мәғлүм ки. 4-8 декабрҙә Мәскәү ҡалаһында театр менеджерҙарының Вахтангов фестивале үтте. Быйыл ул мәҙәни инициативалар буйынса Президент фонды ярҙамында Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығы сиктәрендә ойошторолоп, илдең 71 төбәгендә урынлашҡан 513 мәҙәниәт ойошмаһынан 835 етәксене […]
БАШҠОРТОСТАН МӘҘӘНИӘТЕНДӘ-ЯҢЫ “СӘНҒӘТ”

28 ноябрҙә “Арт-Квадрат” майҙансығында республиканың мәҙәни тормошон яҡтыртасаҡ “Сәнғәт” телеканалын асыу тантанаһы үтте. Театр, кино, музыка донъяһын үҙ иткән тамашасылар яңы телеканал аша спектакль-концерттар трансляцияларын, музейҙарҙан видеоэфирҙар, төрлө мәҙәни сараларҙан репортаждар ҡарай аласаҡ. “Сәнғәт” телеканалы рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, уларҙы йәш быуынға еткереү, сәхнә әһелдәре менән тамашасы араһында күпер булдырыуҙы маҡсат итеп алған.
ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН, ТЕАТР!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры республикабыҙ менән бер йылда барлыҡҡа килгән һәм 106 йыл дауамында халыҡтың рухи донъяһын байытып йәшәй. Беҙҙең театрҙа хеҙмәт иткән бик күп артистарҙың, режиссерҙарҙың, драматургтарҙың, рәссамдарҙың, композиторҙарҙың, сәнғәт әһелдәренең исемдәре киң донъяға танылды, улар тыуған театры менән бергә Башҡортостаныбыҙҙы ла данланы! Сәхнәбеҙҙә илебеҙ тормошондағы мөһим ваҡиғалар ҙа, халҡыбыҙ […]
ТАНЫШ БУЛЫҒЫҘ, “ФАРМАН ХАНЫМ”!

Ете улы һәм килендәре менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән ҡәйнә хаҡындағы спектакль премьераһы М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына үҙенсәлекле байрам төҫлө килде. Үзбәк яҙыусыһы Сәйет Әхмәт пьесаһы буйынса Уланмырҙа Ҡарыпбаев ҡуйған музыкаль комедия салт ҡояшлы көндәлеккә юмор аша бағып, өҙҙөрә бейетеп, үзбәк милли кейеменең сағыулығы менән күҙҙе ҡамаштырып, театр һөйөүсе дуҫтарыбыҙға күңелле тамаша […]
СӘХНӘЛӘ КҮҢЕЛЛЕ ЫҒЫ-ЗЫҒЫ – “ФАРМАН ХАНЫМ” МУЗЫКАЛЬ КОМЕДИЯ ПРЕМЬЕРАҺЫ!

27, 29 ноябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында “Фарман ханым” спектакле премьераһы! Фарман ханым – донъялағы иң яҡшы әсәй, ҡәйнә һәм өләсәй. Улдары һәм килендәре уның ҡанаты аҫтында йәшәп өйрәнгән, ситтән ҡарағанда тормоштары көйлө лә барған кеүек, сөнки Генерал ҡәйнәгә ҡаршы өндәшеү – енәйәткә тиң. Кинйә киленкәй булып ҙур ғаиләгә ингән Нигора ғына […]
АЛМАС ӘМИРОВ БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ТЕАТР ЭШМӘКӘРҘӘРЕ СОЮЗЫ РӘЙЕСЕ ИТЕП ҺАЙЛАНДЫ

Бөгөн республиканың театр сәнғәте өлкәһендә мөһим ваҡиға булды — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Алмас Хәҙис улы Әмиров Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе итеп һайланды. Алмас Хәҙис улын ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңы яуаплы вазифала уңыштар теләйбеҙ!
МӘСКӘҮҘӘ 2024-2025 МИҘГЕЛ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ БУЙЫНСА “АЛТЫН БИТЛЕК” ПРЕМИЯҺЫ НОМИНАНТТАРЫ ИСЕМЛЕГЕ (ЛОНГ-ЛИСТ) РАҪЛАНДЫ

“Алтын битлек” Рәсәй милли театр премияһының 2024-2025 йылдар лонг-лисы иғлан ителде. “Алтын битлек”тең лонг-лисы – ул театр миҙгеленең иң яҡшы премьера спектаклдәре исемлеге. Быйыл был бәйгелә ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең 83 төбәгенән 789 заявка килеп, мәртәбәле премия тарихында рекорд ҡуйыла, йәғни, хеҙмәттәрен театр белгестәре фекере менән ҡеүәтләргә теләгән ижадсылар һаны арта бара. Иң һөйөндөргәне: Мәжит Ғафури […]
АҠ ҠАНАТЛЫ ХЫЯЛЫМ

Мажаралы, тылсымлы һәм музыкаль “Аҡ ҡанатлы хыялым” (А. Симуков) әкиәтендә бәләкәй генә батшалыҡта йәшәгән мөрйә таҙартыусы Ваня һәм батша ҡыҙы Забава хаҡында һүҙ бара. Батша үҙенең берҙән-бер ҡыҙын бай һәм хәйләкәр Полканға кейәүгә бирергә хыяллана, тик Забава: «Осоусы карап төҙөүсегә генә кейәүгә сығам» – тигән ҡәтғи шарт ҡуя. Ҡыҙға мөкиббән китеп ғашиҡ булған Ваня сәмләнеп, […]
БАШДРАМТЕАТР ЕЙӘНСУРАҒА ГАСТРОЛГӘ КИЛӘ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бер көнгә Ейәнсура районына гастролгә килә. 2 декабрҙә 19:00 сәғәттә Иҫәнғол ауылында район мәҙәниәт йортонда “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакленә рәхим итегеҙ. Кинодрама жанрындағы спектакль Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәре буйынса режиссер Айрат Абушахманов тарафынан ҡуйылған һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Ирен фронтҡа оҙатҡанда ун туғыҙ йәштә […]
ТАТАРСТАНДА ҘУР ГАСТРОЛДӘРЕБЕҘ ҮТТЕ

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 10-16 ноябрҙә Ҡазан халҡын, ҡала ҡунаҡтарын башҡорт театр сәнғәте өлгөләре менән таныштырҙы, яҡташтарыбыҙға Башҡортостан сәләмен спектаклдәр аша еткерҙе. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы ойошторолған алмаш гастролдәребеҙ Ғ. Камал исемендәге Татар академия театрының элекке бинаһында “Бөйрәкәй” (Т. Ғарипова) спектакле менән асылды. Артабанғы тамашалар – режиссер Айрат […]
ФАРМАН ХАНЫМ

Фарман ханым – донъялағы иң яҡшы әсәй, ҡәйнә һәм өләсәй. Улдары һәм килендәре уның ҡанаты аҫтында йәшәп өйрәнгән, ситтән ҡарағанда тормоштары көйлө лә барған кеүек, сөнки Генерал ҡәйнәгә ҡаршы өндәшеү – енәйәткә тиң. Кинйә киленкәй булып ҙур ғаиләгә ингән Нигора ғына йолаға әйләнгән тәртиптәргә күнә алмай һәм Фарман батшалығына яңылыҡ индерергә, һәр ғаиләгә азатлыҡ бирергә […]
ОСРАШҠАНҒА ТИКЛЕМ, ҠАЗАН!

Камал театры менән алмаш гастролдәребеҙҙең һуңғы спектаклен – “ҠОҘАСА” (Б. Бикбай, З. Исмәғилев, режиссер А. Абушахманов) музыкаль комедияһын уйнап, аҙна буйы дауам иткән тарихи мәҙәни сараларҙы тантаналы рәүештә йомғаҡланыҡ! Гастролдәрҙе ябыу тантанаһы Ғ. Камал исемендәге Татар академия театрының яңы бинаһында урын алды. Сарала Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Татарстан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Дамир […]
ҠАЗАН ГАСТРОЛДӘРЕБЕҘ “ҠОҘАСА” СПЕКТАКЛЕ МЕНӘН ТАМАМЛАНДЫ

Камал театры менән алмаш гастролдәребеҙҙең һуңғы спектаклен – “ҠОҘАСА” (Б. Бикбай, З. Исмәғилев, режиссер А. Абушахманов) музыкаль комедияһын уйнап, аҙна буйы дауам иткән тарихи мәҙәни сараларҙы тантаналы рәүештә йомғаҡланыҡ! Гастролдәрҙе ябыу тантанаһы Ғ. Камал исемендәге Татар академия театрының яңы бинаһында урын алды. Сарала Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Татарстан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Дамир […]
КАМАЛ СӘХНӘҺЕНДӘ – “ЙЫРЛАНМАҒАН ЙЫРЫМ ҺИН…” СПЕКТАКЛЕ

Ижад кешеһенең тормошон, төрлө һынауҙар аша үтергә мәжбүр күңел донъяһын тасуирлаған “ЙЫРЛАНМАҒАН ЙЫРЫМ ҺИН…” спектаклен Ҡазан тамашасыһы бик йылы ҡабул итте. Венер Исхаҡов әҫәре буйынса режиссер Айрат Абушахманов сәхнәләштергән был музыкаль мелодрамала төп ролде Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров уйнай. Кешеләр күңелен арбай алған тауыш – талантлы йырсыларға бирелгән оло бүләк, тигән фекерҙә булған боронғолар. […]
“ҠАРА ЙӨҘҘӘР”ҘЕҢ АҠ СӘХНӘ ЮЛЫ

Мәжит Ғафури әҫәре буйынса Айрат Абушахманов, Шәүрә Ғилманова инсценировкаһына ярашлы ҡуйылған “Ҡара йөҙҙәр” спектакле Башҡортостандың төп театры репертуарында тиҫтә йылдан ашыу лайыҡлы урын биләй. Халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып, “Алтын битлек” премияһы номинанты булып, Будапешт ҡалаһында үткән MITEM фестивалендә булып, был спектакль башҡорт театр сәнғәтен донъя кимәлендә танытып йәшәй. 2025 йылдың 10-16 ноябрендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт […]
ДЖУТ ҺӘМ ЙӘШ ЙӨРӘКТӘР КАМАЛ ТЕАТРЫНЫҢ ЯҢЫ СӘХНӘҺЕНДӘ

Кисә Камал театры менән алмаш гастролдәребеҙ сиктәрендә “Йәш йөрәктәр” (Ф. Бурнаш) һәм “ДЖУТ. Һуңғы йәйләү” (О.Жанайдаров) спектаклдәрен уйнаныҡ. Режиссер Фирғәт Ғарипов ҡуйған “Йәш йөрәктәр” спектаклендәге хәл-ваҡиғалар милли уйын, ғөрөф-ғәҙәт, йола, бейеүҙәр кеүек халыҡ ижады өлгөләре менән үрелеп бара. Театр оркестры башҡарыуындағы көй-моңдар тамашаға йәм өҫтәй. «Джут» документаль драмаһында (режиссер А.Абушахманов) бер үк ваҡытта ике төрлө […]