Артист көнө уңайынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән актерҙарға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Театр директоры Зиннур Сөләймәнов, баш режиссер Айрат Абушахманов труппаның оло быуын артистары менән сәй табыны артында осрашып, уларҙы борсоған мәсьәләләр, ҡыуандырған ваҡиғалар хаҡында һөйләште. Һөнәри байрамдарын билдәләгән сәхнә оҫталары әңгәмә барышында йәшлек хәтирәләренә ҡайтып әйләнде, театр тормошондағы көнүҙәк һорауҙарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Сәхнәлә тиҫтәләгән йылдар ижад итеү тәжрибәләренән сығып кәңәштәр бирҙе, театр сәнғәтен үҫтереү, камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хисамова:
– Бөгөнгө байрам күңелемә хуш килде, өйҙәгесә йылы мөхиттә аралашыуҙы бер ҙур ғаиләнең осрашыуылай күреп киттем. Театр тарихында бергә үткән хеҙмәт һәм ижад йылдарын иҫкә төшөрөп, киләсәккә дәрт-дарман туплау бик матур күренеш булды. Етәкселеккә рәхмәтлебеҙ!
Театр директоры Зиннур Сөләймәнов:
– Артист көнө уңайынан театрҙың барлыҡ актерҙарын ҡотлайбыҙ! Быйыл беренсе тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, беҙ уны лайыҡлы итеп ойошторорға, оло быуын артистарының намыҫлы хеҙмәтен лайыҡлы баһаларға тырыштыҡ. Байрам артабан да йәшәһен, сәнғәт донъяһындағы матур көн булып тарихҡа инһен.