М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һеҙҙең тарафтарға “ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТЕП ӨЛГӨРМӘНЕМ” спектакле менән гастролгә килә.
4 февраль 19:00 / Туймазы ҡалаһының “Родина” мәҙәниәт йорто. Билеттар
5 февраль 19:00 / Октябрський ҡалаһы музыка колледжы. Билеттар
10 февраль 19:00 / Дүртөйлө район мәҙәниәт йорто. Билеттар
Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәре буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған кинодрама Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Ун туғыҙ йәшендә ирен фронтҡа оҙатып, “яратам” тип әйтеп өлгөрмәгәненә үҙен ғүмер буйы ғәйепле тойоп йәшәгән Фәрхинур хаҡындағы спектакль күп һанлы тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөрҙө, тетрәндерҙе.
Тамашаларҙа осрашҡанға тиклем!