ЭЛЬВИРА ЮНЫСОВА МЕНӘН ТЕАТР ДОНЪЯҺЫН АСАБЫҘ

ЭЛЬВИРА ЮНЫСОВА МЕНӘН ТЕАТР ДОНЪЯҺЫН АСАБЫҘ

Быйыл Рәсәйҙең театр эшмәкәрҙәре союзы 150 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан үткәрелгән “Театр. Призвание” марафонына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры мәҙәни мөхиттә үҙенсәлекле осрашыуҙар шәлкеме менән ҡушыла. Бөгөн ошо сараларҙың тәүгеһе итеп Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Юнысова менән театр буйлап экскурсия ойошторолдо.

СССР-ҙың беренсе халыҡ артисы, күренекле педагог, актер оҫталығы системаһын булдырыусы Константин Станиславскийҙың тыуған көнөндә билдәләнгән профессиональ байрам театрҙа бай мәғлүмәтле, ҡыҙыҡлы сара рәүешендә үтте. Экскурсия ҡунаҡтарын Эльвира Әхтәм ҡыҙы ҡаршы алып, республиканың төп милли театрының музейынан башлап, сәхнәнең түренәсә бергә үтте, гримм, костюм цехтары менән таныштырып, театр һөйөүселәргә был сәнғәт төрөнөң үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Сара барышында М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә сығыш яһап ҡарау мөмкинлеге лә бирелде.
Әйткәндәй, экскурсияға килгәндәр араһында йәш егет-ҡыҙҙар ҙа, оло быуын вәкилдәре лә булды. Мөғжизәле театр донъяһы һәр быуын өсөн асылып бөтмәҫ сер ҙә, спектаклдәре менән берсә илатыр, берсә йыуатыр дуҫ та ул.

Театр менән ҡыҙыҡһынған дуҫтарыбыҙҙы, киләсәктә үҙен сәхнәлә күрергә теләгән, ижад менән янған йәштәрҙе, тамашасыларыбыҙҙы йыл дауамында даими үтәсәк осрашыуҙарҙа көтөп ҡалабыҙ.