АЙРАТ АБУШАХМАНОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ АҘНАЛЫҒЫНЫҢ ДҮРТЕНСЕ КӨНӨ

7 ноябрҙә Айрат Абушахмановтың юбилей аҙнаһының дүртенсе көнө Олжас Жанайдаров пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән «Джут (Һуңғы йәйләү)» драмаһы менән тамаланды. Театр сәхнәһендә тамашасыларға тәүге тапҡыр уникаль халыҡ – ара, мультинациональ проект тәҡдим ителде, йәғни бер сәхнәлә төрлө илдәрҙән ике театр осрашты! Башҡорт театры сәхнәһендә спектаклдәге Әхмәт менән Сәүле сәхнәләрен ҡаҙаҡ телендә Астана ҡалаһынан килгән артистар – […]
АЙРАТ АБУШАХМАНОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ АҘНАЛЫҒЫНЫҢ ӨСӨНСӨ КӨНӨ

Айрат Абушахмановтың юбилей аҙналығының өсөнсө көнө Зифа Ҡадырваның повесы буйынса ҡуйылған “Һинһеҙ килгән яҙҙар” спектакле менән тамамланды. Бөгөн дә театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахмановҡа йылы ҡотлауҙар һәм рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Спектаклдән һуң юбиляр сәхнәгә сығып, труппаға һәм ҡәҙерле тамашасыларға алҡыштар һәм йылы һүҙҙәр өсөн рәхмәт белдерҙе. Бөгөн кис беҙҙең менән булған бөтә тамашасыларға тағы ла […]
АЙРАТ АБУШАХМАНОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ АҘНАЛЫҒЫНЫҢ ИКЕНСЕ КӨНӨ

Айрат Абушахмановтың юбилей аҙналығының икенсе көнө Мәжит Ғафуриҙың повесы буйынса ҡуйылған “Ҡара йөҙҙәр” спектакле менән тамамланды. Спектакль – 5 номинация буйынса “Алтын Битлек” Рәсәй милли театр премияһы һәм фестивале номинанты, ҡуйыусы рәссамы Альберт Нестеров “Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше” номинацияһында еңеү яуланы. 2024 йылдың апрелендә спектакль XI MITEM Халыҡ-ара театр фестивале сиктәрендә Будапешт ҡалаһындағы Венгр […]
АЙРАТ АБУШАХМАНОВТЫҢ СПЕКТАКЛДӘР АҘНАЛЫҒЫ АСЫЛДЫ

4–9 ноябрҙә Башдрамтеатрҙа мэтрҙың 50 йәшлек юбилейына арналған “Айрат Абушахманов спектаклдәре аҙналығы” үтә. Бөгөн театр фойеһында уның спектаклдәренең фотокүргәҙмәһе асылды. Ә ҙур сәхнәлә “Бәхет хаҡы” музыкаль мелодрамаһы 190-сы тапҡыр күрһәтелде. Спектакль тамамланғандан һуң тынмаған дәррәү алҡыштар һәм әйтелгән ихлас рәхмәт һүҙҙәре театр коллективына һәм баш режиссерына – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат […]
ИҒТИБАР!

Тамашасыларыбыҙ өсөн тағы бер сюрприз! Күренекле режиссер Айрат Абушахмановтың 50 йәшлек юбилейына арналған спектаклдәр аҙналығы сиктәрендә Башҡортостан театрҙар тарихында тағы бер сағыу ваҡиға. “Ул бит кисә ине” лирик комедияһының беренсе онлайн -репетицияһы виртуаль сәхнәлә бер юлы ике театр — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур татар дәүләт театры […]
СЕНСАЦИЯ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Әхтәм улы Абушахмановтың юбилейы уңайынан спектаклдәр аҙналығы казах драматургы Олжас Жанайдаров пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән «ДЖУТ (ҺУҢҒЫ ЙӘЙЛӘҮ)» драмаһы менән дауам итә. Спектаклдең премьераһы 2015 йылдың 16 октябрендә үтте. Был пьесаны режиссер Айрат Әхтәм улы […]
ЯҢЫ МИҘГЕЛДЕҢ БЕРЕНСЕ ПРЕМЬЕРАҺЫ МЕНӘН!

25 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Венер Исхаҡовтың повесы буйынса “Йырланмаған йырым һин…” музыкаль мелодрамаһының премьераһын тәҡдим итте. Спектакль талантлы режиссер Айрат Абушахманов тарафынан ҡуйылды. Ул, инсценировка авторы Динара Ҡәйүмова менән берлектә, тамашасыларға үҙенсәлекле бер тарих бүләк иттеләр. Сценография, рәссам-ҡуйыусы Алина Нуриманова тарафынан ижад ителгән, театр киңлеген тылсым һәм тәрәнлек атмосфераһы […]
БӘХЕТЛЕНЕҢ БАЙРАМЫ БЕР КӨНДӘ!

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә икеләтә байрам! Венер Исхаҡов повесы буйынса баш режиссер Айрат Абушахманов сәхнәләштергән “Йырланмаған йырым һин” музыкаль мелодрамаһының премьераһы һәм ошо спектаклдә төп ролде башҡарыусы актерҙың, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың 50 йәшлек юбилейына арналған бенефисы уҙҙы. Юбиляр Азамат Фидан улын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – […]
МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ТЫУЫУЫНА 105 ЙЫЛ ТУЛЫУ ХӨРМӘТЕНӘ АРНАП…

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, бөйөк әҙип Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл! Ул беҙҙең халыҡтың йөрәгендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Мостай Кәрим ижады – ул тыуған ергә, халҡына булған сикһеҙ һөйөү һәм тоғролоҡ өлгөһө. Уның шиғырҙары, хикәйәләре һәм драмалары быуындан-быуынға күсеп, рухыбыҙҙы байыта, күңелдәргә илһам бирә. Ошо иҫтәлекле көндә Мостай Кәримдең рухын хөрмәтләп, уның мираҫын киләһе […]
ИЛСУР БАЙЫМОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ БЕНЕФИСЫ ГӨРЛӘП УҘҘЫ

Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә иҫтәлекле ваҡиға — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илсур Байымовтың юбилей бенефисы үтте. Кисә актер өсөн генә түгел, уның ижадын һөйөүселәр өсөн дә айырыуса мөһим ваҡиғаға әйләнде. Танылған сәхнә оҫтаһы Илсур Байымов тамашасыларға “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһында Мөхәмәтша Мулла ролен иҫ киткес башҡарыу менән онотолмаҫлыҡ мәлдәр бүләк […]
ЙЫРЛАНМАҒАН ЙЫРЫМ ҺИН…

Кешеләр күңелен арбай алған тауыш – талантлы йырсыларға бирелгән оло бүләк, тигән фекерҙә булған боронғолар. Моңло йырсылар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята – улар һәләте менән сәнғәткә хеҙмәт итергә, бөйөк эштәр башҡарырға тейеш. Талантлы йәш йырсы Хәсән йырҙары менән кешеләр күңелен йомшартырға теләй. Шул ваҡытта ғына улар үҙҙәренең изге йөрәкле икәндәрен онотмаясаҡ, тип иҫәпләй ул. Герой […]
ЗАЯТҮЛӘК МЕНӘН ҺЫУҺЫЛЫУ

Ғаилә менән ҡарау өсөн тәғәйенләнгән «Заятүләк менән Һыуһылыу» спектаклендә легендар батыр Заятүләк менән Асылыкүл хакимының ҡыҙы Һыуһылыуҙың мөхәббәте хаҡында бәйән ителә. Боронғо эпостарҙағы кеүек, хәл-ваҡиғалар ерҙә генә түгел, тылсымлы һыу аҫты донъяһында ла бара. Спектакль эпик-әкиәти юҫыҡта ҡоролған. Ике батшалыҡ араһында оҙаҡ йылдар дауам иткән дошманлыҡ яңы йүнәлеш ала – яҡындарының үлеме өсөн үс алырға […]
ХӨРМӘТЛЕ ҠУРАЙ ҺӨЙӨҮСЕЛӘР!

Барығыҙҙы ла “Донъяны таң ҡалдырған ҡурайсы” исемле иҫтәлекле сараға саҡырабыҙ! 19 октябрь 18:00 сәғәттә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы, Түңгәүер ырыуының мәшһүр ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған китап-альбомдың исем туйы үтәсәк. Программала: Йомабай Иҫәнбаевтың ейәне – Миңнулла Иҫәнбаев, Ҡурайсылар дәүләт ансамбле, Ҡәҙим Аралбаев, Азат Ярмуллин, Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев, […]
“ҠАРА ЙӨҘҘӘР” СПЕКТАКЛЕНӘ – 10 ЙЫЛ!

Спектакль 2014 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына ҡуйылып, үҙенсәлекле сәнғәт өлгөһө булараҡ, тамашасыларҙың йөрәген яуланы. 2016 йылда «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премияһы һәм фестиваленең «Бәләкәй формалағы иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше» (А. Абушахманов), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Г. Ҡаҙаҡбаева), «Иң яҡшы сценография» (А. Нестеров) номинацияларына дәғүә итте һәм “Костюмдар буйынса иң […]
ФИДАН ҒАФАРОВҠА – 77!

Мажит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә тантаналы ваҡиға – үҙенең 77 йәшен сәхнәнең сағыу оҫтаһы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Фидан Ғафаров билдәләне. Театр кисәһе үҙенсәлекле мөхиттә үтте. Тамашасылар «Бәхет хаҡы» спектакленең шаһиты булды, унда […]
РЕСПУБЛИКА КӨНӨ МЕНӘН!

Республика көнө менән һеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Бөгөн беҙ Башҡортостан Республикаһының барлыҡ уңыштарын, ҡаҙаныштарын һәм тарихын иҫкә алабыҙ. Беҙҙең республика — ул тыуған еребеҙҙең изге тупрағы, матур тәбиғәте, бай мәҙәниәте һәм данлы тарихы менән ғорурланырға тейешбеҙ. Ошо көндө, һәр кемдең йөрәгендә берҙәмлек, ышаныс һәм мөхәббәт тойғолары барлыҡҡа килһен. Башҡортостан — ул беҙҙе берләштергән көс һәм ҡеүәт, […]
АЗАМАТ ҒАФАРОВ ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕНӘ САҠЫРА

25 октябрҙә 19:00 сәғәттә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың юбилей бенефисы үтәсәк. Был тантаналы һәм иҫтәлекле кисә барыһында онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар менән ҡалдырасаҡ. Азамат Ғафаров – талантлы актер, күп йылдар дауамында театр сәнғәтенә мөһим өлөш индергән шәхес. Уның юбилейы театр сәхнәһендә ҙур тантана итеп билдәләнә. Кисә барышында тамашасыларға […]
105-се ТЕАТР МИҘГЕЛЕНӘ АЯҠ БАҪТЫҠ

Кисә, 3 октябрҙә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең яңы, 105-се театр миҙгелен Таңсулпан Ғарипованың романы буйынса ҡуйылған «Бөйрәкәй» спектакле менән асты. Спектаклдең режиссеры Айрат Абушахманов. Ғәҙәткә ингәнсә, был көн театр артистары һәм хеҙмәткәрҙәре СССР-ҙың халыҡ артисы Арслан Мөбәрәковтың, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәм театрға исемен биргән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит […]
ИЛСУР БАЙЫМОВ ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕНӘ САҠЫРА

18 октябрҙә 19:00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илсур Байымовтың юбилейы бенефисы үтә. Был көндө юбилярҙы йәмәғәт эшмәкәрҙәре, дуҫтары ҡотлаясаҡ. Илсур Байымов сәхнәгә 30 йыл тиерлек тоғро. Уның амплуаһы төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала – романтик геройҙар, шулай уҡ комедия образдары. Илсур Әхтәр улының тәүге сәхнә уңышы […]
ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАР!

2023 йылдың 30 сентябренән алып илебеҙ тарихына яңы әһәмиәтле иҫтәлекле дата – Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәй Федерацияһы менән берләшеү көнө. Был көн берҙәмлектең һәм ғәҙеллеккә ынтылыштың символы булып тора. Был төбәктәрҙең Рәсәй менән берләшеүе – сәйәси ваҡиға ғына түгел, ә тыныс һәм яҡты киләсәккә ынтылған халыҡ ихтыярының сағылышы. Был […]