СЕНСАЦИЯ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Әхтәм улы Абушахмановтың юбилейы уңайынан спектаклдәр аҙналығы казах драматургы Олжас Жанайдаров пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән «ДЖУТ (ҺУҢҒЫ ЙӘЙЛӘҮ)» драмаһы менән дауам итә.

Спектаклдең премьераһы 2015 йылдың 16 октябрендә үтте.

Был пьесаны режиссер Айрат Әхтәм улы ике театрҙа – беҙҙең театрҙа һәм Кәлибәк Ҡыуанышбаев исемендәге Ҡаҙаҡ милли музыкаль-драма театрында сәхнәләштерҙе. «Джут» документаль драмаһында бер үк ваҡытта ике төрлө ваҡиға һүрәтләнә. Береһе — бөгөнгө көндә Мәскәүҙә, шул аслыҡты башынан үткәргән Әхмәттең ейәне Ербол менән Мәскәү журналисы Ленаның осрашыуы. Икенсеһе – 1930 йылдарға, Әхмәт менән Сәүленең аслыҡ афәтен кисергән тормошона, Ҡаҙағстан тарафтарына алып китә.

Шулай итеп, ҡәҙерле тамашасылар! Сюрприз тураһында иғлан итергә ваҡыт етте! “Джут” драмаһы – халыҡ-ара проект!

7 ноябрь, башҡорт сәхнәһендә спектаклдең өлөшө – ҡаҙаҡ телендә уйналасаҡ! Һеҙҙе ҡыуандырыр өсөн Астана ҡалаһынан абруйлы коллегаларыбыҙ – Кәлибәк Ҡыуанышбаев исемендәге Ҡаҙаҡ милли музыкаль-драма театры артистары Айман Жетписовна Карпсеитова һәм Нурсолтан Торехан улы Есен килә!

Спектаклдә ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ!

Рәхим итегеҙ!