АЙРАТ АБУШАХМАНОВТЫҢ СПЕКТАКЛДӘР АҘНАЛЫҒЫ АСЫЛДЫ

АЙРАТ АБУШАХМАНОВТЫҢ СПЕКТАКЛДӘР АҘНАЛЫҒЫ АСЫЛДЫ

4–9 ноябрҙә Башдрамтеатрҙа мэтрҙың 50 йәшлек юбилейына арналған “Айрат Абушахманов спектаклдәре аҙналығы” үтә.
Бөгөн театр фойеһында уның спектаклдәренең фотокүргәҙмәһе асылды. Ә ҙур сәхнәлә “Бәхет хаҡы” музыкаль мелодрамаһы 190-сы тапҡыр күрһәтелде.
Спектакль тамамланғандан һуң тынмаған дәррәү алҡыштар һәм әйтелгән ихлас рәхмәт һүҙҙәре театр коллективына һәм баш режиссерына – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахмановҡа иң яҡшы бүләк булды.