АЙРАТ АБУШАХМАНОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ АҘНАЛЫҒЫНЫҢ ИКЕНСЕ КӨНӨ

АЙРАТ АБУШАХМАНОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ АҘНАЛЫҒЫНЫҢ ИКЕНСЕ КӨНӨ

Айрат Абушахмановтың юбилей аҙналығының икенсе көнө Мәжит Ғафуриҙың повесы буйынса ҡуйылған “Ҡара йөҙҙәр” спектакле менән тамамланды. Спектакль – 5 номинация буйынса “Алтын Битлек” Рәсәй милли театр премияһы һәм фестивале номинанты, ҡуйыусы рәссамы Альберт Нестеров “Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше” номинацияһында еңеү яуланы. 2024 йылдың апрелендә спектакль XI MITEM Халыҡ-ара театр фестивале сиктәрендә Будапешт ҡалаһындағы Венгр милли театрының төп сәхнәһендә уйналды.
Бөгөн дә театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахмановҡа йылы ҡотлауҙар һәм рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Спектаклдән һуң юбиляр сәхнәгә сығып, труппаға һәм ҡәҙерле тамашасыларға алҡыштар һәм йылы һүҙҙәр өсөн рәхмәт белдерҙе.

Бөгөн кис беҙҙең менән булған бөтә тамашасыларға тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтәбеҙ! Алда беҙҙе тағы дүрт көн Айрат Абушахмановтың алтын юбилейы уңайынан уйналған иң сағыу спектаклдәр көтә. Әгәр һеҙ театрҙың баш режиссерын ҡотларға теләһәгеҙ, спектаклдәргә килегеҙ йәки комментарийҙар яҙығыҙ.

Һәм, әлбиттә, һеҙҙе иртәгә, 6 ноябрҙә 19:00 сәғәттә Зифа Ҡадырова повесы буйынса ҡуйылған “Һинһеҙ килгән яҙҙар” мелодрамаһына көтәбеҙ.