ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАР!

2023 йылдың 30 сентябренән алып илебеҙ тарихына яңы әһәмиәтле иҫтәлекле дата – Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәй Федерацияһы менән берләшеү көнө. Был көн берҙәмлектең һәм ғәҙеллеккә ынтылыштың символы булып тора. Был төбәктәрҙең Рәсәй менән берләшеүе – сәйәси ваҡиға ғына түгел, ә тыныс һәм яҡты киләсәккә ынтылған халыҡ ихтыярының сағылышы. Был […]

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, талантлы режиссер Фирғәт Ғарипов Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн “Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл” миҙалына лайыҡ булды. Награда уның театр һәм башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм популярлаштырыу эшенә тоғролоғон билдәләй. Фирғәт Рәмил улын лайыҡлы наградаһы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә бар эштәрегеҙ уң булһын, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә […]

БАШДРАМ ОРКЕСТРЫ ӨФӨ ХОСПИСЫНДА СЫҒЫШ ЯҺАНЫ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Урал Иҙелбаев етәкселегендәге оркестр составы Өфө хосписында концерт программаһы менән сығыш яһаны. Был сара музыкаль ваҡиға ғына түгел, ә хәстәрлеккә һәм иғтибарға мохтаж пациенттарға ярҙам итеүҙә мөһим аҙым да булып тора. Артисттар күп кенә популяр һәм классик әсәрҙәрҙе башҡарҙы, барлыҡ тыңлаусыларҙың йөрәген тетрәндерҙе. Музыка йылы һәм уңайлы […]

ФИДАН ҒАФАРОВҠА – 77!

12 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы,  күренекле актер һәм йырсы Фидан Ғафаровтың 77 йәшенә арналғын тантаналы сара үтәсәк! Фидан Ғафаров – һәр театр һәм музыка һөйөүсегә таныш. Үҙенең оҙайлы һәм сағыу […]

105-СЕ ТЕАТР МИҘГЕЛЕН АСЫРҒА САҠЫРАБЫҘ!

3 октябрҙә 19:00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 105-се театр миҙгелен тантаналы асыу буласаҡ! Башдрамтеатр һеҙҙе онотолмаҫлыҡ ваҡиғаға – традициялар менән заманса сәнғәтте берләштергән тантанаға саҡыра. Миҙгел асыу билдәле башҡорт яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың  романы буйынса ҡуйылған, йөрәктәргә үтеп ингән, режиссер Айрат Абушахманов ҡатмарлы яҙмыштарҙы тарих, мәҙәниәт һәм кешелек хистәре аша сағылдырған […]

ШАТЛЫҠЛЫ ХӘБӘР!

19-21 сентябрҙә театр директоры Иршат Фәйзуллин Йошкар – Ола ҡалаһында уҙған Волга буйы федераль RUSSIAN EVENT AWARDS 2024 халыҡ-ара премияһының төбәк этабында сығыш яһаны. Конкурста 234 проект тәҡдим ителде, шуларҙың 178-е финалға үтте. Сарала М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә «”Туғанлыҡ” халыҡ-ара милли театрҙар фестивале» проекты менән сығыш яһаны. «”Туғанлыҡ” халыҡ-ара […]

ИҒТИБАР!

Техник сәбәптәр арҡаһында 2 октябрҙә буласаҡ “Мин – Марат” спектакле кисектерелә! Килеп тыуған уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ!

МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ МЕНӘН!

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы, мәҙәни мираҫы, быуындар бәйләнеше. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Милли кейемдә – халыҡ тарихы. Һәр биҙәктә – тәрән мәғәнә, фәлсәфә…

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ КӨНӨ МЕНӘН!

Бөгөн илебеҙҙә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы көнө билдәләнә. 1991 йылда тап ошо көндө Мәскәүҙә Аҡ йорт өҫтөндә беренсе тапҡыр рәсми рәүештә, дәүләт символы булып торған ураҡ һәм сүкеш менән ҡыҙыл байраҡты алмаштырған, өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. Был ваҡиғанан һуң өс йыл үткәс Рәсәй Президенты Дәүләт флагы көнөн байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуя. Флагтың төҫтәре халыҡта: аҡ — тыныслыҡ, таҙалыҡ, сафлыҡ, камиллыҡ […]

ЮБИЛЕЙЫҒЫҘ МЕНӘН, АЙРАТ ӘХТӘМ УЛЫ!

Бөгөн талантлы режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов алтын юбилейын билдәләй! Айрәт Әхтәм улы Башҡортостанынан тыш, Татарстан, Сыуашстан, Ҡаҙағстан, Омск, Таллин театрҙарында спектаклдәр ҡуйҙы. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ҡара йөҙҙәр”, “Джут”, “Бәхет хаҡы”, “Һинһеҙ килгән яҙҙар” һәм башҡа спектаклдәрен тамашасылар яратып ҡабул итте. Ул сәхнәләштергән әҫәрҙәр Башҡортостандың профессиональ театр сәнғәтен республикала ғына түгел, Рәсәй, халыҡ-ара театр […]

ЙӘЙГЕ ЯЛДАН ҺУҢ ТӘҮГЕ ОСРАШЫУ

Йәйге ялдан һуң тәүге эш көнөнә кем ашҡынып сыға? Был һорауға яуапты эҙләп тә тораһы түгел, әлбиттә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы! Бөгөн, йәғни 12 август, Башдрамтеатр гөрләп торҙо. Ижади коллектив ялдан һуң, тәүге осрашыуға йыйылды. Бер-береһен һағынып өлгөргән артистар кем нисек, ҡайҙа ял иткәнен һорашты, тәьҫораттары менән ихлас бүлеште. Ә инде унан […]

“БӨЙРӘКӘЙ” СПЕКТАКЛЕ ПРЕМИЯ САЙТЫНДА ҺӘМ «АЛТЫН БИТЛЕК» ФЕСТИВАЛЕНӘ МОДЕРАЦИЯНЫ ҮТТЕ

М.Ғафури исем. башҡорт академия драма театры Премияның Башҡарма Дирекцияһынан Һәм «Алтын Битлек» Фестиваленән Таңсулпан Ғарипованың романы буйынса Айрат Абушахманов сәхнәләштергән “Бөйрәкәй” спектакленең ҡатнашыуына ғаризаның Премия һәм «Алтын Битлек» Фестивале сайтында модерация үтеүе хаҡында хат алды. Премияға тәҡдим ителгән спектакль ҡатнашыусыларҙың битендә һылтанма буйынса күрһәтелә👉 https://goldenmask.stdrf.ru/sezon-23-24/ychastniki/. Тиҙҙән Башдрам труппаһы йәйге ялдан сыға. Ә инде 5 сентябрь […]

МАТБУҒАТ ҺӘМ КИҢ МӘҒЛҮМӘТ САРАЛАРЫ ВӘКИЛДӘРЕНӘ, МӘҒЛҮМӘТИ БАҒЫУЫЛАРЫБЫҘҒА ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ӨСӨН РӘХМӘТ БЕЛДЕРӘБЕҘ!

Бөгөн театр етәкселеге исеменән директор Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин 104-се ижад миҙгелендә әүҙем хеҙмәттәшлек иткән матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә, мәғлүмәти бағыусыларға – театрҙың ижади эшмәкәрлеген әүҙем яҡтыртыуы, актерҙар, режиссерҙар һәм театр әһелдәре ижады менән ҡыҙыҡһыныуы, уларға ҡарата иғтибары өсөн журналистарға, корреспонденттарға, операторҙарға һәм авторҙарға – барлыҡ театрҙың дуҫтарына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен белдерә. Һеҙҙең менән […]

БАШДРАМДА 104-СЕ ИЖАДИ МИҘГЕЛЕНЕҢ ИҢ ЯҠШЫ АКТЕРҘАРЫ БИЛДӘЛӘНДЕ

Мәжит Ғафури  исемендәге Башҡорт академия драма театры 104-се ижад миҙгелен тамамланы. Тамашасыларға 104-се миҙгелдең премьераһы – Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» романы буйынса сәхнәләштерелгән спектакль күрһәтелде. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты  Айрат Абушахманов сәхнәләштергән спектакль сезон барышында тулы залдар йыйып, уңышлы барҙы. Спектаклдән һуң […]

«ЗАЯТҮЛӘК МЕНӘН ҺЫУҺЫЛЫУ» ПРЕМЬЕРАҺЫ

28 июнь Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Мәжит Ғафури повесы буйынса «Заятүләк менән Һыуһылыу» спектакленең премьерһы үтә. Пьесаның авторы – М.Малухина, ҡуйыусы режиссёр – И.Ҡаҙаҡбаев, ҡуйыусы рәссам – А.Бубнова, композитор – М.Мезинова, хореограф – И.Оши, рәссам-яҡтыртыусы – С.Скорнецкий, визуаль эффекттар буйынса рәссам – М.Теребиленко, башҡорт теленә тәржемә авторы – Д.Ҡәйүмова. Ғаилә […]

ҠОРБАН БАЙРАМЫ МЕНӘН,ҠӘҘЕРЛЕ ТАМАШАСЫЛАРЫБЫҘ

Был изге көндә һеҙгә тыныслыҡ, яҡты өмөттәр, тормошоғоҙҙа именлек теләйбеҙ. Яҡындарығыҙ иҫән-һау һәм бәхетле булһын! Күңелегеҙҙә иман, ололарға ҡарата ихтирам һәм яҡын кешеләрегеҙгә һөйөү хисен һаҡлағыҙ

РӘХМӘТ БЕЛДЕРӘБЕҘ

Май айында Өфөлә уҙған VIII халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале программаһына ингән спекталдәрҙән тыш, тамашасыларға көн һайын театр фойеһында республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренең әүҙем йәмәғәтселәре төрлө саралар тәҡдим итте. Йырлы-моңло осрашыуҙар, төрлө темаға арналған күргәҙмәләр фестивалдең сағыу бер биҙәге булды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин ошо сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан ойошмалар […]

К. ЖАНТОШЕВ ИСЕМ. ЫСЫҠКҮЛ ӨЛКӘ МУЗЫКА-ДРАМА ТЕАТРЫНАН ӨФӨ ТАМАШАСЫЛАРЫНА ҘУР БҮЛӘК

24 май М.Ғафури исем. Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә К. Жантошев исем.  Ысыҡкүл өлкә музыкаль-драма театры Өфө тамашасыларына «Күн кармаган бала / Мальчик, державший в руках солнце» (С. Раев, реж. У. Карыпбаев) спектаклен сәхнәләштерҙе. Тамашасылар спектаклде бик йылы ҡабул итте, артистар күңел һалып башҡарғандары күренеп тора ине, шуға күрә лә залда ултырыусылар уларҙы көслө алҡыштарға […]

М. ҒАФУРИ ИСЕМ. БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ КОЛЛЕКТИВЫ ХАЛЫҠ-АРА «КИТАП-БАЙРАМ» ЙӘРМИНКӘҺЕНДӘ ҠАТНАШТЫ

«Туғанлыҡ» Халыҡ-ара милли театрҙар фестивале тамамланыу менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы тағы ла бер Халыҡ-ара сараға ҡушылды. Ул да булһа,Совет майҙанында уҙған «Китап байрам» йәрминкәһе. Унда беҙҙең театр артистары «Һүҙ сәнғәте» тигән темаға арналған художестволы проект тәҡдим итте. Ҡатнаштылар: Морат Рафиҡов, Айым Сөләймәнова, Илүзә Кусябаева, Таң Хөсәйенов, Светлана Хәкимова, Артур […]

ЮБИЛЯРҘАРҘЫ ҠОТЛАЙБЫҘ!

Оҙаҡ йылдар дауамында театрға арналған фиҙаҡәр, тырыш хеҙмәте, театр эшмәкәрлегенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн күркәм юбилейҙары уңайынан Тамашасылар менән эшләү һәм гастролдәр ойоштороу бүлегенең өлкән администраторы – Зәйнулина Рима Ирик ҡыҙы һәм Костюмдар цехы хеҙмәткәре – Ханмырҙина Нәсимә Фәһим ҡыҙы маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Киләсәктә лә ғүмер үрҙәренә арымай-талмай, дәрт, шатлыҡ, өмөт, ышаныс менән атлағыҙ, […]