ИҒТИБАР!

Тамашасыларыбыҙ өсөн тағы бер сюрприз!

Күренекле режиссер Айрат Абушахмановтың 50 йәшлек юбилейына арналған спектаклдәр аҙналығы сиктәрендә Башҡортостан театрҙар тарихында тағы бер сағыу ваҡиға.

“Ул бит кисә ине” лирик комедияһының беренсе онлайн -репетицияһы виртуаль сәхнәлә бер юлы ике театр — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур татар дәүләт театры актерҙарын йыйҙы!

Республикабыҙҙың театр мөхитендә тәүге тапҡыр ошондай күп милләтле коллаборация үткәрелә, һәм беҙ уны һеҙгә тәҡдим итеүебеҙгә бик шатбыҙ!

8 ноябрҙә “Ул бит кисә ине” спектаклендә төп героиня – Дилара ролен талантлы актриса Әлиә Салпикова татар телендә башҡарһа, ә беҙҙең театр актерҙары Римма Ҡаһарманова, Азат Вәлитов, Әхәт Хөсәйенов, Артур Ҡунаҡбаев һәм Лилиә Ғәлина үҙ ролдәрен башҡорт телендә уйнаясаҡ.

Рәхим итегеҙ, хөрмәтле театр һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!