ҠОТЛАЙБЫҘ!

Театр директоры Иршат Фәйзуллин Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығының Мәҙәниәт Департаментының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ! Тыуған театрыбыҙ, республика, ил мәнфәғәтендә хеҙмәтегеҙ емешле булһын!
ҠОТЛАЙБЫҘ!

Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Республикаһында «Армия мәҙәниәте көндәре» федераль проекты сиктәрендә Рәсәй Геройҙарына арналған «Беҙҙең маяҡтар» кисәһе үтте. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған был сарала М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры видеоинженеры Руслан Юлтаев Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы Мәҙәниәт идаралығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ! Тыуған театрыбыҙ, республика һәм ил мәнфәғәтендә ижади эшегеҙҙә уңыштар […]
РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ КӨНӨ

22 август — Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө. Был рәсми байрам Рәсәй Президентының 1994 йылдың 20 авгусындағы «Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө тураһында» указына ярашлы билдәләнә. Дәүләт флагы халҡыбыҙ тарихын, мәҙәниәтен кәүҙәләндереп кенә ҡалмай, милләт берҙәмлегенең, суверенитетының һәм ихтыяр көсөнөң изге символы ла булып тора. Быуаттар буйына һуҙылған азатлыҡ өсөн көрәште, еңеүҙәрҙең бөйөклөгөн һәм ата-бабаларыбыҙҙың […]
РЕЖИССЕР ИЖАДЫНА – ЮҒАРЫ БАҺА

Рәсәй Президенты Владимир Путин М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Татарстандың Д. Сиразиев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахмановты милли мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә тос өлөш индергәне, күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге өсөн “Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләү тураһындағы […]
КОЛЛЕКТИВ ЙӘЙГЕ ЯЛДАН ҺУҢ ЭШКӘ СЫҠТЫ

Аҙнаны ихлас күрешеүҙәр, һағынып осрашыуҙар менән башлап ебәреүебеҙ! Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы өсөн йәйге ялды йомғаҡлап, яңы миҙгелде башлау алды тәүге ҙур йыйылыш үтте. Матур йолаға әйләнгән был күренеш йылдар дауамында ҡабатлана килһә лә, һәр яңыһы үҙенсә тантаналы, ҙур ғаилә бергә йыйылғандағылай йылы хистәргә, ҡыуанысҡа бай. Быйыл театр тупһаһында артистарҙы […]
ИҒТИБАР, ВАКАНСИЯ!

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына контролерҙар талап ителә. Башҡорт телендә иркен аралашҡан, театрҙы яратҡан һәм яуаплы ҡатын-ҡыҙҙарҙы (18-60 йәштә) эшкә саҡырабыҙ. Тулы мәғлүмәт алыу өсөн Лилиә Сәғит ҡыҙы Жамаловаға мөрәжәғәт итергә: тел. +7 937 497-50-73 Театрҙы беҙҙең кеүек ныҡ яратһағыҙ, тимәк, был эш тап һеҙҙең өсөн! Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!
СОВЕТ МАЙҘАНЫНДА ТЕАТР ОРКЕСТРЫ КОНЦЕРТЫ

Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙе 15 һәм 29 августа Өфөнөң Совет майҙанында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры оркестрының асыҡ һауала үтәсәк концертына саҡырабыҙ! Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев етәкселегендәге оркестр һеҙгә спектаклдәрҙән көй-моңдар, классик әҫәрҙәр, донъя кимәлендә билдәле мюзиклдарҙан саундтректар уйнап ишеттерер, йома кисен дәртле бейеү, күркәм аралашыу менән биҙәр. Ғаилә менән килегеҙ, […]
ЯҢЫ ИЖАД МИҘГЕЛЕНӘ-ЯҢЫ МАҠСАТТАР МЕНӘН

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы йәйге ялды йомғаҡлап, яңы көс-дәрт менән эшкә сыҡты. Һағындырған! Сәхнә, ролдәр, тамашасылар менән осрашыуҙар, алҡыштар һағындырған. Шуға күрә ялдан һуңғы тәүге күрешеүҙе 20 авгусҡа тәғәйенләнек, 106-сы ижад миҙгеле иһә 8 октябрҙә Мостай Кәримдең әҫәре буйынса театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов сәхнәләштергән “Ай тотолған төндә” спектакле премьераһы менән […]
БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ 105-СЕ МИҘГЕЛДЕ ЯБПТЫ

Ижад миҙгелен ябыу – тантана ла, йыл ағымында башҡарылған эшкә баһа ла ул. Йәйге ял алдынан һуңғы спектаклде уйнаған кистә миҙгелдең иң маһир актерҙарын билдәләү матур йолаға әүерелгән. Быйыл да театрҙың художество советы ҡарары менән миҙгел дауамында ижади уңыш ҡаҙанған актерҙар төрлө номинациялар буйынса бүләкләнде. «ДЕБЮТ» номинацияһында – актриса АЙЗИЛƏ ТӨРКМƏНОВА «АХ, БЫЛ МӨХƏББƏТ!..» […]
МАТБУҒАТ ҺӘМ КИҢ МӘҒЛҮМӘТ САРАЛАРЫ ВӘКИЛДӘРЕ МЕНӘН ОСРАШЫУ

Театр ижадына хөрмәтегеҙ, мәҙәниәткә хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин, баш режиссер Айрат Абушахманов 105-се ижад миҙгелендә театр эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса әүҙем хеҙмәттәшлек алып барған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашып, уларға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Сәхнә менән тамашасы араһында бәйләнеш булдырыуығыҙ, авторҙар, актерҙар ижады тураһында проекттарығыҙ […]
105-СЕ МИҘГЕЛ ЙОМҒАҠТАРЫ

ПРЕМЬЕРАЛАР: «Йырланмаған йырым һин…», музыкаль мелодрама, Венер Исхаҡов. Премьера көнө – 25 октябрь. Режиссёр Айрат Абушахманов. Инсценировка авторҙары Айрат Абушахманов, Динара Ҡәйүмова. Рәссам Алина Нуриманова. Композитор Рәмис Хәкимов. Хореограф Алина Мустаева. Рәссам-яҡтыртыусы Илшат Саяхов. Видеоконтент Руслан Юлтаев. Вокал буйынса педагог Нурия Мортазина. «Ах, был мөхәббәт!..», Антон Чехов. Премьера көнө – 6 декабрь. Спектаклдең художество етәксеһе […]
БАШДРАМТЕАТР 105-СЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕН ЯБА

Башдрамтеатр 105-се ижад миҙгелен яба 26 июндә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 105-се ижад миҙгелен “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакле менән яба. Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәре буйынса театрҙың баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айрат Абушахманов ҡуйған премьера спектакле Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Ирен фронтҡа оҙатҡанда ун туғыҙ йәштә генә […]
12 ИЮНЬ – РӘСӘЙ ҺӘМ ӨФӨ ҠАЛАҺЫ КӨНӨ!

Ҡеүәтле лә, ҡәҙерле лә илебеҙҙе, республикабыҙҙың бай тарихлы баш ҡалаһын данлаған байрам менән, дуҫтар! Икеләтә тантаналы был көндә барығыҙға ла тыныс күк йөҙө, ғаилә именлеге, сәләмәтлек теләйбеҙ! Рәсәй өсөн, Өфө хаҡына эшләр, йәшәр дәрт-дарман, ихласлыҡ, татыулыҡ насип итһен.
БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНДА ХӘБИБУЛЛА ИБРАҺИМОВТЫ ИҪКӘ АЛЫУ КИСӘҺЕ ҮТТЕ

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башҡорт драматургы, композитор Хәбибулла Ибраһимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте. Хәбибулла Кәлимулла улын башҡорт комедиографияһына, милли музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусы тәүге композиторҙарҙың береһе, театр классигы, тип беләбеҙ. Уның йырҙары халыҡ көйҙәренә әүерелгән, комедиялары тамашасы хәтерендә яҡшы һаҡлана. Театр оркестры башҡарыуында йәнле музыка, спектаклдәрҙән өҙөктәр, […]
III ХАЛЫҠ-АРА «КИТАП-БАЙРАМ» КИТАП ЙӘРМИНКӘҺЕ

Йәмле йәйҙе китаптағыса – матур, уйындағылай сағыу һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры менән бергә ҡаршылайыҡ. Һеҙҙе III Халыҡ-ара “Китап-байрам”ы (31 май-1 июнь), II «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале (5-8 июнь) сиктәрендә үтәсәк сығыштарыбыҙға саҡырабыҙ! 30 майҙа 14:00-15:00 сәғәттә Аҡмулла сәхнәһендә (М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алды) – […]
БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНДА ХӘБИБУЛЛА ИБРАҺИМОВТЫ ХӘТЕР КИСӘҺЕ УҘА

Һеҙҙе 2 июндә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк башҡорт драматургы, композитор Хәбибулла Ибраһимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһенә саҡырабыҙ. Сарала һеҙ Хәбибулла Кәлимулла улының ижад донъяһына сумып, уның театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән хеҙмәте менән танышып, ваҡыт һулышын тойорһоғоҙ. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры оркестры башҡарыуында йәнле музыка, […]
М.ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫНДА-ЯҢЫ ХАЛЫҠ-АРА ПРОЕКТ!

Бөгөн театр директоры Иршат Фәйзуллин һәм баш режиссер Айрат Абушахманов Ҡырғыҙстан режиссеры Уланмырҙа Ҡарыпбаев менән осрашып, Сыңғыҙ Айтматовтың “Быуаттан да оҙайлы көн” һәм “Хуш, Гөлһары!” әҫәрҙәре буйынса ҡуйыласаҡ спектакль тураһында һөйләштеләр. Репетициялар иртәгә башлана, ә спектаклдең премьераһы көҙ айына буласаҡ. Ҡырғыҙ режиссеры Уланмырҙа Ҡарыпбаевтың исеме бөгөнгө театр донъяһында киң билдәле. Ул Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Рәсәй […]
III ХАЛЫҠ-АРА «КИТАП-БАЙРАМ» КИТАП ЙӘРМИНКӘҺЕ

30 майҙан 1 июнгә ҡәҙәр Өфө ҡалаһы – III Халыҡ-ара «Китап байрамы» китап йәрминкәһендә, 5-8 июндә II Бөтә Рәсәй «Әйҙә, уйнайыҡ!» уйын һәм уйынсыҡтар фестивалендә ҡатнашыусыларҙы сәләмләйәсәк. Быйылғы “Китап байрамы” программаһы һүҙ көсөнә һәм уның төрлө тарихи осорҙағы роленә арнала. Беренсе көн «Батырлыҡ тураһында һүҙ» девизы аҫтында үтәсәк һәм Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби […]
ТЕАТРҘЫҢ ҠАҘАҒСТАН ГАСТРОЛДӘРЕ УҢЫШЛЫ ТАМАМЛАНДЫ

Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов ҡуйған “Бөйрәкәй” (Т. Ғарипова), “Ҡара йөҙҙәр” (М. Ғафури) спектаклдәрен ҡаҙаҡ тамашасыһы йылы ҡабул итте, башҡорт театры артистарының һөнәри оҫталығын, сағыу сығыштарын, образдарҙы тәрән күрһәтеүен юғары баһаланы. Башҡортостан менән Ҡаҙағстан республикалары араһында мәҙәни хеҙмәттәшлекте, халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ иткән гастролдәрҙе ябыу көнөндә театр директоры Иршат Фәйзуллин Жастар театры коллективына Башҡортостан Республикаһы […]
ТЕАТР ОРКЕСТРЫ СОВЕТ МАЙҘАНЫНДА СЫҒЫШ ЯҺАЙ

Йома кисен театр оркестрының асыҡ һауала уйнаған көй-моңдары менән биҙәйек! 16 май 19:00 сәғәттә баш ҡаланың Совет майҙанынында М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры оркестры композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Идельбаев етәкселегендә һуғыш йылдары йырҙарын, совет композиторҙары әҫәрҙәрен, донъя кимәлендә билдәле мюзиклдарҙан саундтректар, спектаклдәрҙән йыр-моңдар уйнаясаҡ. Рәхим итегеҙ!