М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы йәйге ялды йомғаҡлап, яңы көс-дәрт менән эшкә сыҡты. Һағындырған! Сәхнә, ролдәр, тамашасылар менән осрашыуҙар, алҡыштар һағындырған. Шуға күрә ялдан һуңғы тәүге күрешеүҙе 20 авгусҡа тәғәйенләнек, 106-сы ижад миҙгеле иһә 8 октябрҙә Мостай Кәримдең әҫәре буйынса театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов сәхнәләштергән “Ай тотолған төндә” спектакле премьераһы менән асыласаҡ.
15 һәм 29 августа театр оркестры тамашасыларҙы Өфө ҡалаһының Совет майҙанында асыҡ һауала үтәсәк концерттарына саҡыра. Танылған спектаклдәрҙән көй-моңдар, классик әҫәрҙәр, донъя кимәлендә билдәле мюзиклдарҙан саундтректар тыңлап, йәйҙең һуңғы кистәрен ижади нотала үткәрәйек.
12, 13 сентябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Рәсәйҙең Милли драма театрында XVI Халыҡ-ара “Александринский” театр фестивалендә “Бөйрәкәй” (Т. Ғарипова, режиссеры А. Абушахманов) һәм “Ваня ағай” (А. Чехов, режиссеры С. Пектеев) спектаклдәре менән ҡатнашасаҡ. Белеүегеҙсә, “Ваня ағай” спектакле М. Шкетан исемендәге Мари милли театры менән коллаборация формаһында ҡуйылған, фестивалдә ике театр труппаһы бергә уйнаясаҡ.
Яңы ижад миҙгелендә шулай уҡ үзбәк яҙыусыһы Сәйет Әхмәт әҫәре буйынса режиссер Уланмырҙа Ҡарыпбаев ҡуйған “Бунт невесток” комедияһының премьераһы көтөлә. Хәбәр итеүебеҙсә, Уланмырҙа Ҡарыпбаев Сыңғыҙ Айытматов әҫәрҙәре буйынса “Быуаттан да оҙайлы көн” спектаклен дә әҙерләй, премьера – киләһе йыл башында.
Иранда үтәсәк 44-се “Фаджр” Халыҡ-ара театр фестивалендә “Ҡара йөҙҙәр” (М. Ғафури, режиссер А. Абушахманов) спектакле ҡатнашыу ҙа театрҙың эш планына алынған. Күркәм йолаға әүерелгән Ҡазан гастролдәребеҙ быйыл 10-16 ноябрҙә Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә үтәсәк.
Һәр ижад миҙгеле ул яңы һулыш, яңы ғүмергә тиң. 106-сы ижад миҙгелен ҡыйыу маҡсаттар, илһамлы ҡараш менән ҡаршылайбыҙ!