Рәсәй Президенты Владимир Путин М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Татарстандың Д. Сиразиев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахмановты милли мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә тос өлөш индергәне, күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге өсөн “Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Театр коллективы исеменән Айрат Әхтәм улын юғары дәүләт наградаһы менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, илһамлы ижад теләйбеҙ!
