КОЛЛЕКТИВ ЙӘЙГЕ ЯЛДАН ҺУҢ ЭШКӘ СЫҠТЫ

КОЛЛЕКТИВ ЙӘЙГЕ ЯЛДАН ҺУҢ ЭШКӘ СЫҠТЫ

Аҙнаны ихлас күрешеүҙәр, һағынып осрашыуҙар менән башлап ебәреүебеҙ! Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы өсөн йәйге ялды йомғаҡлап, яңы миҙгелде башлау алды тәүге ҙур йыйылыш үтте. Матур йолаға әйләнгән был күренеш йылдар дауамында ҡабатлана килһә лә, һәр яңыһы үҙенсә тантаналы, ҙур ғаилә бергә йыйылғандағылай йылы хистәргә, ҡыуанысҡа бай. Быйыл театр тупһаһында артистарҙы күңелсәк аҡ айыу ҡаршы алды. Тәүге эш көнөн ритайым бейеп, күтәренке кәйефтә башлаған ижад миҙгеле һөҙөмтәле һәм дәррәү булһын.

Театр директоры Иршат Фәйзуллин:
– Бөгөн коллектив ялдан сығып, байрам рәүешендә күрешеп, театр миҙгеле эшмәкәрлегенә старт бирҙе. 106-сы ижад миҙгеленә ҡуйылған пландарыбыҙ, әлбиттә, ҙур. Август, сентябрь айҙарына репертуарыбыҙ төҙөлгән, билеттар һатыуҙа, спектаклдәр уйналасаҡ. 106-сы ижад миҙгелен иһә официаль рәүештә йылдағыса октябрь айы башында асып, киләһе йылдың июленә тиклем ижад донъяһына сумып, гастролдәргә йөрөп, фестивалдәрҙә ҡатнашып, гөрләп эшләргә ниәт. Ҙур гастролдәргә килгәндә, ноябрҙә Ҡазан ҡалаһында Ғ. Камал исемендәге Татар драма театры сәхнәһендә ике йылға бер үткәрелеп килгән алмаш гастролдәребеҙ көтөлә.

Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов:
– Театр коллективының йәйге ялдан һуң имен-һау, бергә, дәррәү эшкә сығыуы ҡыуандыра. Артистарҙың һәр быуын вәкиле беҙҙең ижади процесс өсөн кәрәк һәм ҡәҙерле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән 105-се театр миҙгелендәге оло юғалтыуҙан – Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы Фидан Сафа улының вафатынан тотош театр сәнғәте етемһерәп ҡалғандай булды. 106-сы миҙгелде инде ҡолас йәйеп ижад итеп, яңы спектаклдәр сығарып, фестивалдәрҙә ҡатнашып, имен үткәрергә яҙһын. Әйткәндәй, 12, 13 сентябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Рәсәйҙең Милли драма театрында XVI Халыҡ-ара “Александринский” театр фестивалендә “Бөйрәкәй” һәм “Ваня ағай” спектаклдәре менән сығыш яһаясаҡ. Әлеге мәлдә был мәртәбәле сараға етди әҙерлек бара.
Яңы миҙгелдең тәүге премьераһы Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған “Ай тотолған төндә” спектакле буласаҡ. Шулай уҡ, йәйге ял алдынан ҡырғыҙ режиссеры Уланмырҙа Ҡарыпбаев Сыңғыҙ Айытматовтың әҫәрҙәре буйынса “Быуаттан да оҙайлы көн” спектакле өҫтөндә эш башлап, премьераға әҙерләй, рәттән үзбәк яҙыусыһы Сәйет Әхмәттең “Бунт невесток” әҫәре буйынса комедия жанрындағы спектакль сәхнәләштерә.