9 Май — беҙҙең тарихыбыҙҙың иң оло һәм изге байрам. Йәмле май айында беҙ ил һағына баҫҡан, яу ҡырында ла, тылда ла үҙ-үҙен аямай көрәшкән ватандаштарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ, батырлыҡҡа башыбыҙҙы эйәбеҙ, тыныслыҡ бүләк иткән ветерандарыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ. Сәхнәлә йәшәткән геройҙар образы аша беҙ хәтерҙе һаҡларға һәм киләсәк быуынға тапшырырға ынтылабыҙ.
Барлыҡ тамашасыларыбыҙҙы Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ! Күгебеҙ һәр ваҡыт аяҙ, донъяларыбыҙ тыныс булһын!
