Рәсәй театр сәнғәтенең иң абруйлы премияһының 2025-2026 йылғы сезоны йылъяҙмаһындағы исемлектә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “Ай тотолған төндә” (М.Кәрим, режиссер А.Абушахманов) спектакле урын алды. Беҙҙең спектакль “Алтын битлек”тең 33-сө миҙгелендә һынау тотоуы ла ихтимал.
Сәхнә әҫәренең артабанғы турға үтеүен киң танылыу яулаған театр белгестәре, режиссерҙар һәм тәнҡитселәр хәл итәсәк.
9 сентябрҙә Башдрамтеатр сәхнәһендә “Ай тотолған төндә” трагедияһын тамашасылар менән бер рәттән биш театр белгесе – Премия эксперттары ҡараясаҡ. Улар:
– И.А.Гончаров исемендәге Ульяновск драма театры баш режиссеры, Вс.Мейерхольд биомеханикаһы уҡытыусыһы, Рәсәй һәм сит ил театр премиялары лауреаты Искәндәр Рәүф улы Саҡаев (Санкт-Петербург);
– П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының заман музыкаһы кафедраһы профессоры, сәнғәт фәндәре докторы, “Театрал” һәм “Культура” баҫмалары күҙәтеүсеһе Светлана Витальевна Наборщикова (Мәскәү);
– “ДрамТеатр” Бөтә Рәсәй театр журналы баш мөхәррире, “Рәсәй патриоттары” һәм А.К.Толстой исемендәге премиялар лауреаты, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре, журналистары союздары ағзаһы Юрий Алексеевич Бутунин (Мәскәү);
– театр тәнҡитсеһе, режиссер, драматург, журналист, “Балтийские сезоны” альманахы баш мөхәррире, нәшриәт директоры Елена Сергеевна Алексеева (Санкт-Петербург).
– театр белгесе, театр тәнҡитсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфө “НУР” татар дәүләт театрының реклама-мәғлүмәт бүлеге менеджеры Динә Ғатуй ҡыҙы Дәүләтшина, Өфө.
Һуңғы ижад миҙгеленең иң сағыу премьераһын – “Ай тотолған төндә” трагедияһын илебеҙҙең мәҙәни баш ҡалаларынан килгән абруйлы ҡунаҡтар менән бергә ҡарағыҙ. Актерҙарҙың көсөргәнешле уйынын, ваҡиғаларҙы оҙатып барыусы аһәңле хор яңғырашын һәм тамаша залының тын алышын үҙегеҙ тойоғоҙ!