2026 йылдың 19 июнендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тамашасыларын ҙур ваҡиғаға — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Киске табын» әҫәре буйынса премьераға саҡыра.
25 август, 1989 йыл. Советтар Союзында перестройка гөрләй. Берәүҙәр илдәге хәлдәрҙе дәртләнеп-рухланып, икенселәр хәүефләнеп күҙәтә.
Ә Артыҡовтар ғаиләһендә бөгөн иҫтәлекле көн: Әхмәтша менән Йәннәт көмөш туйҙарын – сирек быуат бергә йәшәүҙәрен байрам итәләр. Уларҙың берҙән-бер улы Алпамыша ата-әсәһенә үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән. Байрам уңайынан ҡоролған киске табын иман килтереү төнөнә әйләнә…
Ҡуйыусы режиссер – Илсур Ҡаҙакбаев
Рәссам – Ләйсән Хөсәйенова
Хореограф – Олеся Даукаева
Композитор – Мария Мезинова
Оркестр етәксеһе – Урал Иҙелбаев
Вокал буйынса педагог – Нурия Мортазина
Видеограф – Руслан Юлтаев
Рәссам-яҡтыртыусы – Сергей Гаевой
© Бөтә хоҡуҡтар яҡланған. Мәғлүмәт күсереп алғанда www.bashdram.ru адресына һылтанма ҡуйыу мотлаҡ. © Privacy Policy.