БАШДРАМ РӘСӘЙ МИЛЛИ ТЕАТРҘАР ФЕСТИВАЛЕНДӘ ҠАТНАШТЫ

БАШДРАМ РӘСӘЙ МИЛЛИ ТЕАТРҘАР ФЕСТИВАЛЕНДӘ ҠАТНАШТЫ

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 22–28 июнь көндәрендә Яр Саллы ҡалаһында үткән Рәсәйҙең Милли театрҙар фестивалендә ҡатнашты. Бөйөк театр форумы илдең алты республикаһынан – Башҡортостан, Татарстан, Марий Эл, Хакассия, Ингушетия һәм Мордовиянан килгән алдынғы милли театрҙарҙы бергә тупланы.

Форумда Башҡортостан Республикаһы исеменән М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссёры Айрат Абушахманов сәхнәләштергән, Гөлсирә Ғиззәтуллина повесы буйынса ҡуйылған «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем…» / «Не успела сказать “люблю”» спектакле күрһәтелде. Тамаша «Мастеровые» Рус драма театры сәхнәһендә үтте.

Фестивалдә ҡатнашыу Мажит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының юғары профессиональ кимәлен тағы ла бер тапҡыр раҫланы һәм милли театр сәнғәтен үҫтереүҙә уның әһәмиәтле ролен күрһәтте. Был сара төбәктәр-ара мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыуға, профессиональ тәжрибә алышыуға һәм Рәсәй милли театрҙарының иң яҡшы ҡаҙаныштарын популярлаштырыуға булышлыҡ итә.