БАШҠОРТОСТАНДЫҢ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЫ ФЕСТИВАЛДӘ ҠАТНАШЫУСЫ ТЕАТРҘАРҘЫҢ ЕТӘКСЕЛӘРЕ МЕНӘН ОСРАШТЫ

Бөгөн Мәжит Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә ҡатнашыусы театрҙарҙың етәкселәре менән осрашты. Осрашыуҙа Фестивалдең директоры – М.Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры И.И.Фәйзуллин, Ғ.Мөсрәпов ис. Ҡаҙаҡ дәүләт академия балалар һәм үҫмерҙәр театры директоры Т.К.Есеналиев һәм художество етәксеһе Ф.Е.Молдағәли, Әлмәт […]
9 МАЙ– ЕҢЕҮ КӨНӨ!

«Бер нәмә лә, бер кем дә онотолмай» Дүрт кенә хәрефтән торған ошо һүҙҙә күпме оло мәғәнә, күпме һағыш-борсоу, күпме шатлыҡ һәм бәхет, күпме әсе күҙ йәштәре, бар кешелек ғүмере, бөтә тормош асылы… Ҡәҙерле атай-олатайҙарҙың ғәзиз ғүмерҙәре менән ниндәй ҙур юғалтыуҙар һәм тетрәнеүҙәр менән яуланған ул Бөйөк Еңеү!.. Илебеҙ күге – аяҙ, донъяларыбыҙ имен булһын, шул […]
ЯҘ ҺӘМ ХЕҘМӘТ БАЙРАМЫ МЕНӘН!

1 Май – илебеҙ халҡының берҙәмлеген, татыулығын сағылдырыусы күңелле байрам. Хеҙмәт һәммәбеҙҙе берләштерә, бер маҡсатҡа тупланып, киләсәккә ҡарап эшләргә өйрәтә. Өлкән быуын өсөн был көн берҙәмлекте белдергән булһа, ә балалар, йәштәр өсөн – тәбиғәттең сәскә атыу мәле. Барығыҙҙы ла шытып сыҡҡан йәшел сирәм, ағастар япраҡ ярған Яҙ байрамы менән ҡотлайбыҙ. Уның һулышы күңелегеҙгә нур өҫтәһен, […]
БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ

Бөгөн театрҙың бер төркөм артистары һәм хеҙмәткәрҙәре Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында ҡатнашты. Берәүҙәр юғары уҡыу йорттары аудиторияларында парта артында яҙһа, икенселәр онлайн форматты һайлап өйҙәрендә башҡорт телен белеү буйынса үҙ көстәрен һынаны. Ә кемдәрҙер хатта диктантты үҙҙәре уҡыны. Ә һеҙ, беҙҙең яратҡан тамашасыларыбыҙ, халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында ҡатнаштығыҙмы? Быйылғы тема уҙған йылдыҡына […]
ВЕНГРИЯЛА “ҠАРА ЙӨҘҘӘР” СПЕКТАКЛЕ КҮРҺӘТЕЛДЕ!

Кисә, 22 апрелдә, Венгр Милли театрының төп сәхнәһендә XI MITEM Халыҡ-ара театр фестивале сиктәрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Ҡара йөҙҙәр” спектаклен күрһәтте. Спектакль ҙур уңыш менән үтте. Спектаклдән һуң пресс-конференция булды һәм шул уҡ көндө Рәсәй Милли театрының (Александра театры) художество етәксеһе Валерий Фокин, Венгр Милли театры директоры Аттила Виднянский менән осрашыу […]
БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ ЙӘНӘ ЛӘ БУДАПЕШТҠА ЮЛ ТОТА!

18 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Будапештҡа юлланды, унда ул 11-се MITEM Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашасаҡ. Йылдың төп театраль ваҡиғаларының береһе – Митем Фестивале 6 апрелдән 28 апрелгә тиклем үтәсәк. Был ваҡытта Будапешт ҡалаһына билдәле театр коллективтары йыйыла. Айрат Абушахмановтың Мәжит Ғафури повесы буйынса ҡуйылған “Ҡара йөҙҙәр” спектакле 22 апрелдә Венгрия […]
МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ МЕНӘН!

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы, мәҙәни мираҫы, быуындар бәйләнеше. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Милли кейемдә – халыҡ тарихы. Һәр биҙәктә – тәрән мәғәнә, фәлсәфә… Театрыбыҙ актерҙары – Башҡортостандың халыҡ артистары Алһыу Бәхтиева һәм Сәғиҙулла Байегетов “Ғорурлыҡ менән кейәм” фотопроектында. Идея авторы […]
БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ СТУДИЯҺЫН ЙЫЙЫУҒА АРНАЛҒАН МАТБУҒАТ КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҮТТЕ

17 апрелдә 15.00 сәғәттә З.Исмәғилев исем. Өфө Дәүләт сәнғәт институтының камера залында М. Ғафури исем. Башҡорт дәүләт академия драма театры студияһына махсус театр курстарына ҡабул итеүгә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Спикерҙар: Фәйзуллин Иршат Ишбулат улы (М.Ғафури исем. БДАДТ директоры), Әлмөхәмәтов Илмар Рәзин улы (З.Исмәғилева исем ӨДСИ ректоры), Абушахманов Айрат Әхтәм улы (М. Ғафури исем. БАДТ […]
ӨФӨЛӘ АЛЕКСАНДРА ТЕАТРЫ КӨНДӘРЕ!

9 апрель “Ҙур гастролдәр” программаһы сиктәрендә креатив индустрия мәктәбендә билдәле театр һәм кино актеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәйҙкең Дәүләт премияһы лауреаты Сергей Иванович Паршин менән ижади осрашыу уҙҙы. Осрашыуҙа Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драматеатрҙары артистары һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары, студенттары ҡатнашты. Сергей Ивановичтың ижади […]
УРАҘА БАЙРАМЫ МЕНӘН!

Хөрмәтле мосолмандар! Һеҙҙе изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән бөтә йөрәктән ҡотлайбыҙ! Мөбәрәк Ураҙа байрамы изге Рамаҙан айының төп ғәмәлдәрен – рухи таҙарыныуҙы, тыныслыҡҡа ынтылыуҙы, шәфҡәтлелекте һәм изге эштәр ҡылыуҙы кәүҙәләндерә. Был ҡиммәттәр барлыҡ дини конфессиялар вәкилдәре өсөн дә берҙәй үк яҡын һәм аңлайышлы. Улар дуҫлыҡҡа, ижадҡа, изгелеккә һәм миһырбанлылыҡҡа, мохтаждарға ярҙам итеүгә […]
СӘҒИҘУЛЛА БАЙЕГЕТОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕ!

5 апрель Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, йырсы, ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетовтың 50 йәшлек юбилейы уҙҙы. Спектакль алдынан юбилярҙы почетлы ҡунаҡтар һәм рәсми кешеләр ҡотлап үтте. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова исеменән юбилярҙы мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин ҡотланы һәм Сәғиҙулла Байегетовҡа Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһын […]
«ТУҒАНЛЫҠ» ФЕСТИВАЛЕНӘ САҠЫРАБЫҘ !

16 майҙан 23 майға тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфөлә «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивале үтәсәк. Быға тиклем ул “төрки телле театрҙар фестивале” тип аталһа, хәҙерге “Туғанлыҡ” үҙенең сиктәрен киңәйтеп, милли театрҙар фестиваленә әүерелде. Был көндәрҙә Татарстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төньяҡ Осетия, Хакасия, Сыуашстан, Ҡалмыҡстан, Абхазия, Тыва һәм Дағстандың алдынғы театр коллективтары йыйыласаҡ. Фестиваль театр сәнғәтен […]
ПРИГЛАШАЕМ НА «ТУГАНЛЫК»!

В Уфе с 16 по 23 мая 2024 года пройдет Международный фестиваль национальных театров «Туганлык» – театральный праздник с энергией созидания, единения и добра. Фестиваль впервые пройдет с названием “национальных театров” и в новом качестве: ранее он назывался «фестивалем тюркоязычных театров», теперь его формат расширяется. В афише Фестиваля — 14 спектаклей, два из них – […]
ОЛЕГ ЗАКИР УЛЫ – РӘСӘЙҘӘҢ ХАЛЫҠ АРТИСЫ!

ҠОТЛАЙБЫҘ! Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Хановҡа Президент указы менән Рәсәйҙең халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем бирелде! Театр коллективы исеменән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар, илһамлы тормош теләйбеҙ!
VIII «ТУҒАНЛЫҠ» ХАЛЫҠ-АРА МИЛЛИ ТЕАТРҘАР ФЕСТИВАЛЕ

16-23 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфөлә «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивале үтәсәк. Быйыл фестиваль һигеҙенсе тапҡыр уҙғарыла. Хәҙерге “Туғанлыҡ” үҙенең сиктәрен киңәйтте һәм хәҙер ул милли театрҙар фестиваленә әүерелде. Был көндәрҙә Абхазия, Ҡаҙағстан, Сыуашстан, Татарстан, Тыва, Хакасия, Дағстан, Төнъяҡ Осетия, Ҡалмыҡстандың алдынғы театр коллективтары йыйыласаҡ. Фестивалдең төп майҙансығы булып – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт […]
А. Н. ОСТРОВСКИЙҘЫҢ “ГРОЗА” ПЬЕСАҺЫ БУЙЫНСА ДИПЛОМ СПЕКТАКЛЕ

18 апрель 19:00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Башҡорт Дәүләт ҡурсаҡ театры студияһының 4-се курс студенттары А. Н. Островскийҙың “Гроза” пьесаһы буйынса диплом спектаклен тәғдим итә. 14+. А. Н.Островскийҙың «Гроза» пьесаһы рус классик драматургияһының иң әһәмиәтле әҫәрҙәренең береһе булып тора. Сюжет үҙәгендә үҙе теләп кейәүгә сыҡмаған Катерина исемле ҡыҙ хаҡында. […]
“БӨЙРӘКӘЙ” СӘХНӘ ТҮРЕНДӘ

29 март М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың киң билдәле “Бөйрәкәй” роман-эпопеяһы буйынса ҡуйылған спектаклдең II өлөшө сәхнәләштерелде. Спектакль III өлөштән тора, 2 антракт менән. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Айрат Абушахманов, инсценировка авторы – Ангиза Ишбулдина, спектаклдең рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, хореографы – Алина […]
ЭДУАРД ХАННАНОВТЫҢ “ӨФӨ МӘЖИТ ҒАФУРИ”ТИП АТАЛҒАН ШӘХСИ КҮРГӘҘМӘҺЕ АСЫЛДЫ

Кисә театрҙың галереяһында Эдуард Ханнановтың “Өфө Мәжит Ғафури” тип аталған шәхси күргәҙмәһе асылды. Һынлы сәнғәт һөйөүселәрҙе рәссамдың акварель эштәре менән танышырға саҡырабыҙ. Картиналарҙа бөйөк яҙыусы тормошона бәйле йорттар, урамдар һүрәтләнгән. Иҫтәлекле урындарҙан, әйтерһең дә, йылдар аша шул осорҙоң атмосфераһы, һағыныслы тойғолар бөркөлгәндәй.
СӘҒИҘУЛЛА БАЙЕГЕТОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ БЕНЕФИСЫ!

5 апрель 19:00 сәғәттә Башдрамтеатр сәхнәһендә “УРАЛ БАТЫР” башҡорт халыҡ эпосы. Спектакль Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегетовтың 50 йәшлек юбилейына арнала, ул унда төп ролдәрҙең береһе – Сәсән ролен башҡара. Бөтә донъяны һыу баҫа… Йәнбирҙе менән Йәнбикә ике бер туғанға – Урал менән Шүлгәнгә ғүмер бирәләр. Егет ҡорона ингәс, уларға кешенән көслө Үлем барлығы тураһында мәғлүм […]
БӨТӘ ДОНЪЯ ТЕАТР КӨНӨ

Илатҡан да, йыуатҡан да, моңайтҡан да, көлдөргән дә – мөғжизәле театр! Күңелдәрҙе сафландырыусы, йәшәүгә көс-дәрт, илһам биреүсе донъя ул! Хөрмәтле коллегалар, ҡәҙерле театр сәнғәтен һөйөүсе дуҫтар! Һеҙҙе ысын күңелдән Бөтә донъя театр көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!!! Илһам шишмәләрегеҙ һайыҡмаһын, ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, башланғыстарығыҙ уңышлы булһын! Яңынан – яңы спектаклдәр менән уңышлы сығыш яһап, тамашасыларыбыҙҙы ҡыуандырып […]