БАШҠОРТОСТАНДЫҢ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЫ ФЕСТИВАЛДӘ ҠАТНАШЫУСЫ ТЕАТРҘАРҘЫҢ ЕТӘКСЕЛӘРЕ МЕНӘН ОСРАШТЫ

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЫ ФЕСТИВАЛДӘ ҠАТНАШЫУСЫ ТЕАТРҘАРҘЫҢ ЕТӘКСЕЛӘРЕ МЕНӘН ОСРАШТЫ

Бөгөн Мәжит Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә ҡатнашыусы театрҙарҙың етәкселәре менән осрашты.

Осрашыуҙа Фестивалдең директоры – М.Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры И.И.Фәйзуллин, Ғ.Мөсрәпов ис. Ҡаҙаҡ дәүләт академия балалар һәм үҫмерҙәр театры директоры Т.К.Есеналиев һәм художество етәксеһе Ф.Е.Молдағәли, Әлмәт татар дәүләт драма театры директоры Ф.Б.Исмәғилева, С.Сәйфуллин ис. Ҡарағанды өлкә академия ҡаҙаҡ драма театры директоры К.У.Калымов, В.Тхапсаев ис. Төньяҡ Осетия дәүләт академия театры директоры Ч.А.Дудати һәм художество етәксеһе Г.Д.Вәлиев ҡатнашты.

Осрашыу бик йылы шарттарҙа уҙҙы. Әминә Ивний ҡыҙы «Туғанлыҡ» фестивален һәм ошондай осрашыуҙарҙың мөһимлеген билдәләп үтте.

Сара аҙағында Әминә Ивний ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы исеменән Фестивалдә ҡатнашҡан театрҙар коллективтарына рәхмәт хаттары тапшырҙы.