Кисә театрҙың галереяһында Эдуард Ханнановтың “Өфө Мәжит Ғафури” тип аталған шәхси күргәҙмәһе асылды. Һынлы сәнғәт һөйөүселәрҙе рәссамдың акварель эштәре менән танышырға саҡырабыҙ. Картиналарҙа бөйөк яҙыусы тормошона бәйле йорттар, урамдар һүрәтләнгән. Иҫтәлекле урындарҙан, әйтерһең дә, йылдар аша шул осорҙоң атмосфераһы, һағыныслы тойғолар бөркөлгәндәй.