ХӨРМӘТЛЕ МӘҘӘНИӘТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ!

Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө айҡанлы ихлас ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ! Мәҙәниәт шәхестең рухын байыта, йәмғиәттең милли ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Мәҙәниәт өлкәһенең тынғыһыҙ эшсәндәре булараҡ, Һеҙ кешеләргә сәнғәт донъяһы менән аралашыуҙа шатлыҡлы минуттар бүләк итәһегеҙ, тормошобоҙға яҡшы кәйеф һәм байрам төҫө өҫтәйһегеҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы ҡаҙаныштар һәм ижади үрҙәр юлдаш […]

ҡайғырабыҙ…

Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса 23 һәм 24 мартта Башҡортостанда күңел асыу саралары туҡтатылды. «Бөйрәкәй» 1 һәм 2 өлөш спектакленең премьераһы билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелә. Күрһәтеү датаһы тураһында өҫтәмә хәбәр итәбеҙ. 23 һәм 24 мартҡа һатып алынған билеттар күрһәтеү көндәрендә ғәмәлдә буласаҡ, улар тураһында өҫтәмә мәғлүмәт еткерербеҙ. Шулай уҡ билеттарҙы һатып алған урындан кире тапшырырға […]

ҠАРШЫ АЛЫҒЫҘ, “КИЛЕН” САЛАУАТТА

28 мартта 19:00 сәғ. М.Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театры Заһиҙә Мусинаның әҫәре буйынса “Килен” драмаһы менән Салауат дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә. Режиссеры – Фирғәт Ғарипов. Кейәүгә сыҡҡанда Аҡйондоҙ матур, бәхетле тормош хаҡында хыяллана, әммә тормоштоң үҙ ҡағиҙәләре. Һәр кешенең яҙмышы үҙ ҡулында икәнен ул ваҡыт үткәс кенә аңлай: әгәр ҙә һынауҙарҙы үтә […]

А. МӨБӘРӘКОВ ИСЕМ. СИБАЙ ДӘҮЛӘТ БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ ГАСТРОЛДӘРЕ!

25 март, 19.00 сәғ. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә “Фронтовичка” драмаһына саҡыра. (Анна Батурина, реж. И. Ҡаҙаҡбаев), 12+ “Фронтовичка” пьесаһының төп геройы – Мария Небылица. 24 йәшлек ҡыҙ һуғыштан һуң хәрби госпиталдән тура Уралға юллана, сөнки бында уның һөйгәне Матвей Кравчуктың әсәһе йәшәй. Дөрөҫөн […]

ӨФӨЛӘ IV «АРТ-ҠОРОЛТАЙ» МӘҘӘНИ ФОРУМЫ ҮТТЕ

11 март Өфөлә  IV «Арт-Ҡоролтай» Мәҙәни форумы үтте. Форумда Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Ольга Борисовна Любимова, Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры Андрей Геннадьевич Назаров, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, «По зову сердца»  һуҡыр һәм насар күргән балаларға ярҙам итеү хәйриә фондының попечителлек советын ойоштороусы һәм президенты,«Белая трость» халыҡ-ара хәйриә фестивале авторы һәм […]

ҠОТЛАЙБЫҘ!

2024 йылдың 10-11 мартында Өфөлә IV «АРТ-Ҡоролтай» Мәҙәни форумы үтте. Форум Башҡортостандың баш ҡалаһында 2021 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла һәм Рәсәй мәҙәниәте өлкәһендә стратегик ҡарарҙар ҡабул итеү маҡсатында профессиональ үҫеш һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу киңлеген формалаштырыуға йүнәлтелгән Рәсәйҙәге иң ҙур дискуссия майҙансыҡтарының береһе булып тора. IV «Арт-Ҡоролтай» Мәҙәни форумы сиктәрендә композитор, театрҙың […]

ХАЛЫҠ-АРА ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР КӨНӨ МЕНӘН!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе 8 март – Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрик итәбеҙ! Ысын күңелдән һеҙгә һаулыҡ, мәңгелек йәшлек, әсә бәхете, ғаилә ҡыуаныстары, күңел тыныслығы теләйбеҙ! Бар өмөттәрегеҙ һәм хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр бер көнөгөҙ матур йылмайыуҙар менән тулһын, яҙғы сәскәләрҙең хуш еҫтәре менән бергә тормошоғоҙға тик шатлыҡ һәм именлек инһен!

ЯЛ КӨНДӘРЕНӘ БАЙРАМ ПРОГРАММАҺЫ

Яҙҙың тәүге матур байрамы яҡынлаша. Ә һеҙ яҡын кешеләрегеҙгә нимә бүләк итергә, тип һаман да баш ватаһығыҙмы?  Улайһа, йәһәтләп театр кассаһына юл тотоғоҙ. Ни өсөн? Сөнки М. Ғафури исем. Башҡорт дәүләт академия драма театры бары тик һеҙҙең өсөн музыкаль, лирик комедиялар әҙерләне: 7 март 19:00 – «ЙӘШ ЙӨРӘКТӘР» /«МОЛОДЫЕ СЕРДЦА» (Ф. Бурнаш, Ф.Ғарипов) 12+. 8 […]

БАШДРАМТЕАТР ӨСӨН МАХСУС КУРС

28 февраль Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Хөрмәтулла Үтәшев, Морат Рафиҡов, Алмаз Йосопов һәм Өфө сәнғәт институты доценты Сәләмәтова Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы менән берлектә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына М. Ғафури исем. Башҡорт академия драма театры өсөн махсус курс йыйыу һәм имтихандар тураһында мәғлүмәт еткереү өсөн Фатима Мостафина […]

ҠАРШЫ АЛЫҒЫҘ, “КИЛЕН” СТӘРЛЕТАМАҠТА!

12 март 19:00 сәғәттә М.Ғафури исем. Башҡорт дәүләт академия драма театры “Килен” драмаһы менән Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ театр – концерт берләшмәһе сәхнәһендә. Кейәүгә сыҡҡанда Аҡйондоҙ матур, бәхетле тормош хаҡында хыяллана, әммә тормоштоң үҙ ҡағиҙәләре. Һәр кешенең яҙмышы үҙ ҡулында икәнен ул ваҡыт үткәс кенә аңлай: әгәр ҙә һынауҙарҙы үтә алмаһаң, бәхетле көндәргә лә өмөт […]

“БӨЙРӘКӘЙ” БАШДРАМ СӘХНӘҺЕНДӘ

Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» роман-пенталогияһы буйынса спектакль тәүге тапҡыр 20 декабрҙә Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә сәхнәгә сыҡҡан булһа, ә инде бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Өфө тамашасылары өсөн күрһәтелде. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Айрат Абушахманов, инсценировка авторы Ангиза Ишбулдина, спектаклдең рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, хореографы – Алина Мустаева, грим […]

ӨФӨ ТАМАШАСЫҺЫ ӨСӨН ПРЕМЬЕРА

28 февраль, йәғни иртәгә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» роман-пенталогияһы буйынса премьера. Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы – Тирәкле ауылы миҫалында ХХ быуат дауамында барған ваҡиғаларҙы күрһәткән роман-пенталогия. Спектакль романдың өс киҫәге мотивтары буйынса ҡуйылған. Уның үҙәгендә – революция, коллективлаштырыу һәм Икенсе донъя һуғышы осоронда йәшәгән Моратовтар […]

«ЯРАЛЫ ЯҘМЫШ» СПЕКТАКЛЕНЕҢ ОНЛАЙН-ТРАНСЛЯЦИЯҺЫ

23 февралЬ Ватанды һаҡлаусылар көнөнә – Мәҙәниәт.РФ порталында «Яралы яҙмыш» спектакленең онлайн-трансляцияһы була. Башҡорт прозаигы, шағир һәм драматургы Нәжиб Асанбаевтың пьесаһы буйынса спектакль. Үткән һәм хәҙерге йылдар сәхнәлә осраша. Һуғыш ветераны полкташтарын хәтерләй. Алдыбыҙҙа кеше һөйөүе, Тыуған илгә тоғролоҡ һәм хыянат тарихы, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ тураһында тарих күҙ алдына баҫа. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт […]

ВАТАНДЫ ҺАҠЛАУСЫЛАР КӨНӨ МЕНӘН!

ҠОТЛАЙБЫҘ! Хөрмәтле ир-егеттәр! Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! Ватанды һаҡлаусылар көнө – илһөйәрлек, хәрби бурысҡа тоғролоҡ һәм быуындар бәйләнешен сағылдырған байрам! Ҡорал тотоп Ватаныбыҙ именлеген һаҡлаған, һаҡларға ант итеүселәрҙең барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ! Аяҙ күк йөҙө, тыныс ал таңдар һәм именлек теләйбеҙ!

«ҠЫПСАҠ ҠЫҘЫ» СПЕКТАКЛЕНЕҢ ОНЛАЙН-ТРАНСЛЯЦИЯҺЫ

Дала ҡыҙы Ҡыпсаҡ нәҫеленең Ҡыҙы Нәзирә яҙмышы аша автор 1812 йылғы һуғыш ваҡытын һәм уға өс төрлө халыҡ вәкилдәренең – башҡорт, рус һәм француз вәкилдәренең мөнәсәбәтен күрһәтә. Табип Степандың өйөнә армия яугиры Кутузов — Айсуакты ауырыған ҡатыны менән бүлеп бирәләр. Нәзирә көслө рухлы, емереклек һәм тәртипһеҙлек араһында тирә-яҡтағыларға ышаныс һәм йән тыныслығы уята. Ҡатын-ҡыҙ нәҫелде […]

БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫНДА – ЯҢЫ ПРОЕКТ!

М. Ғафури исем. Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов: “Башҡорт академия драма театры халҡыбыҙҙың рухын һаҡлап ҡалыусы үҙәк булырға тейеш, яңы үрҙәр, алға ынтылыш кәрәк, шуға күрә яңы проект урынлы буласаҡ”, тигән маҡсат менән артистарҙы бәләкәй залға йыйҙы. Ә ниндәй проект? Уның асылы нимәлә? Был һорауға идея һәм проект авторы – режиссер […]

РӘҮИС ЗАҺИТОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ БЕНЕФИСЫ ГӨРЛӘП УҘҘЫ

17 февраль Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәүис Хәбир улы Заһитовтың 75 йәшлек юбилейы уҙҙы. Спектакль алдынан юбилярҙы почетлы ҡунаҡтар һәм рәсми кешеләр ҡотлап үтте. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова исеменән юбилярҙы мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин ҡотланы һәм Рәүис Заһитовҡа Башҡортостан […]

ИЛДАР ҒҮМӘРОВ ЮБИЛЕЙЫН БИЛДӘЛӘНЕ

10 февралдә Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илдар Ғүмәровтың 65 йәшлек юбилейына арналған “Хыялый” спектакле күрһәтелде. Юбилярҙың шатлығын уртаҡлашырға, уға һоҡланыу һүҙҙәрен әйтергә бик күп тамашасы йыйылды. Спектакль алдынан ҡотлау һүҙҙәре менән Үҙәк мәҙәниәт һарайы директоры Шафиҡова Гөлназ Хилажетдин ҡыҙы сығыш яһаны. Ул мәҙәни-ағартыу эшмәкәрлегенә ҙур өлөш индергәне өсөн Илдар Ибраһим улына […]

РӘҮИС ЗАҺИТОВ ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕНӘ САҠЫРА!

17 февраль 18:00 сәғәттә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ҡыйғы районының почётлы гражданы Рәүис Заһитовтың «ҠОҘАСА» (Б. Бикбай, З. Исмәғилев) музыкаль комедияһы менән юбилей бенефисы үтә. Был матур көндө Рәүис Хәбир улы үҙенең яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм дә тамашасылары менән бергә ҡаршы аласаҡ. […]

ҠЫРҒЫҘ-МИӘКӘЛӘ ГАСТРОЛДӘР КӨНӨ!

10 февраль Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры “Хыялый” комедияһы менән Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында! Спектакль Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәровтың 65 йәшлек юбилейына арнала һәм юбиляр төп ролде башҡара! Комедияла шулай уҡ танылған артистар – Шәүрә Дилмөхәмәтова, Алһыу Ғәлина, Әхәт Хөсәйенов, Азамат Ғафаров ҡатнаша. Рәхим итегеҙ!