ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН, ТЕАТР!

ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН, ТЕАТР!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры республикабыҙ менән бер йылда барлыҡҡа килгән һәм 106 йыл дауамында халыҡтың рухи донъяһын байытып йәшәй.

Беҙҙең театрҙа хеҙмәт иткән бик күп артистарҙың, режиссерҙарҙың, драматургтарҙың, рәссамдарҙың, композиторҙарҙың, сәнғәт әһелдәренең исемдәре киң донъяға танылды, улар тыуған театры менән бергә Башҡортостаныбыҙҙы ла данланы! Сәхнәбеҙҙә илебеҙ тормошондағы мөһим ваҡиғалар ҙа, халҡыбыҙ яҙмышындағы тарихи мәлдәр ҙә урын алды.

Бөгөнгө көндә беҙҙең театр Рәсәй театрҙары араһында иң көслө милли театрҙарҙың береһе булып тора! Артабан да театрыбыҙ яңы үрҙәр яулаһын, ижади бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһарға насип булһын! Тамашасыларҙың ҡайнар алҡыштары күңелдәрҙе йылытһын, коллективыбыҙ берҙәм булһын!