М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Рәсәйҙең Украинала үткәрергә мәжбүр булған махсус хәрби операцияһын ҡеүәтләй.
Театр бөтә Рәсәй халҡына берҙәй булған рухи байлыҡтарҙы пропагандаларға тейеш. “Зөләйха күҙҙәрен аса” романының авторы Гүзәл Яхина былай тип әйтә: “2022 йылдың 24 февралендәге яңылыҡтар мине иҙҙе. Минең донъям баштүбән генә әйләнмәне, а тотошлай емерелде”.
Ләкин һигеҙ йыл буйына неонацистар һәм фашистар беҙҙең туғандаш халыҡтарҙы үлтергән донъя, беҙҙең, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, өсөн ҡабул итерлек түгел.
Бөгөн беҙҙең һалдаттар, улар араһында беҙҙең коллегалар – республикабыҙҙың мәҙәниәт хеҙмәткәре лә бар, нацизмһыҙ донъяны яҡлай.
Театр хеҙмәткәрҙәренең фекере авторҙың ҡарашы менән тап килмәгәнлектән, алда әйтеп үтелгән спектаклде репертуарҙан сисергә ҡарар ҡабул ителде.

Leave a Reply