Ҡәҙерле дуҫтар, Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған онлайн-тамашаларҙы ҡарарға саҡырабыҙ.

11 октябрь  – Шиғриәт кисәһе. Театрҙың артистары башҡарыуындағы шиғри шәлкемдәр матур бейеүҙәр, моңло йырҙар менән үрелеп бара. Тамаша 17.00 башлана (Мәскәү буйынса 15.00)

Кисәне ҡарау өсөн һылтанма

11 октябрь – Илшат Йомағоловтың пьесаһы буйынса “Нәркәс” мелороматик трагедияһы. Режиссеры – Илдар Гиләжев. Нәркәс ролендә – Башҡортостандың  атҡаҙанған артисткаһы Фирүзә Аллаярова (Фирүзә Париж), Тимерхан ролендә – Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров. Башлана 21.00 (Мәскәү буйынса 19.00)

Спектаклде ҡарау өсөн һылтанма

Тамашаларҙы ҡарау бушлай. Теркәлеү кәрәкмәй.  

Leave a Reply