Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш рәссамы
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013)
«Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театраль премия лауреаты — «Костюмдар буйынса иң яҡшы эш» номинацияһы, «Ҡара йөҙҙәр» спектакле өсөн (2016)
Салауат Юлаев ордены (2016)
Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2020)
Нестеров Альбер Валерьевич 2000 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының (хәҙерге З. Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) театр бүлегендә режиссер һөнәрен ала (профессор Р.В. Исрафилов мәктәбе, уҡытыусылары – Б.Б. Хәйбуллин, И.Ш. Сәйетов). Институтта уҡыған йылдарында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш рәссамы Т.Ғ. Еникеевтың ассистенты була. Дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡығанда уҡ ул Өфө сәнғәт мәктәбен тамамлай.
2001 йылда ижад юлын Салауат Башҡорт дәүләт драма театрының ҡуйыусы-рәссамы булараҡ башлай.
2003-2012 йылдарҙа — Салауат Башҡорт дәүләт драма театрының баш рәссамы.
2012 йылдан — М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш рәссамы. А.В. Нестеров сценограф, костюмдар һәм яҡтыртыу буйынса рәссам, реклама продукцияһы дизайнеры.
Төрлө театр сәхнәләрендә Альберт Нестеров 60 ашыу спектакль биҙәй.
IV Халыҡ-ара «Науруз» театраль белем биреү фестиваль-форумында «Спектаклдең образын ижад иткәндә пьеса менән эшләү» семинарын алып бара (Ҡазан, 2016).
Рәссам Альберт Нестеров биҙәгән спектаклдәр:
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры:
- А.Н.Островский «Бирнәһеҙ ҡыҙ» (драма)
- Ф. Бүләков «Хыял диңгеҙе» (комедия)
- С. Айытматов «Аҡ пароход» (драма)
- В. Красногоров «Experiment» («Аяуһыҙ һабаҡ») (социаль драма)
- Т. Ғиниәтуллин, Р.Кинйәбаев инсц. «Ер менән күк араһында» (өндәге күрәҙәлек)
- Т.Ғарипова «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» (мюзикл)
- И.Герман «Ғәфү ит мине!» (мелодрама)
- Я. Пулинович «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр…»
- Т.Миңнуллин «Мин – ҡатын-ҡыҙ» (бишек йыры)
- М.Ғафури. А.Абушахманов, Ш.Ғилманова инсц. «Ҡара йөҙҙәр»
- Р.Кинйәбаев «Әбейүшкә@тущка.ru» (заманса комедия)
- Б.Бикбай, Х.Иргалин «Ҡаһым түрә» (драма)
- Ж.-Б.Мольер «Һаран» (комедия)
- Э.Ягудин «Йүгер, Харис, йүгер…» (комедия, 2015 йыл)
- М.Бағаев «Ике төш» (драма, 2015 йыл)
- А.Волков «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» (әкиәт, 2015 йыл)
- О.Жанайдаров «Джут» (драма, 2015 йыл)
- Ҡ.Ғәли. Ю.Сафиуллин инсц. «Йософ һәм Зөләйха» (музыкаль легенда, 2015 йыл)
- А.Баймөхәмәтов. А.Ишбулдина инсц. «Хыялға ҡаршы» (героик булмаған повесть, 2016 йыл)
- С.Белов «Мин һинең ҡәйнәң булам» (комедия, 2016 йыл)
- Ж.Ануй «Антигона» (драма, 2016 йыл)
- Д.Сәлимйәнов «Диңгеҙ. Утрау. Хазина» (пираттар тарихы, 2016 йыл)
- Ф.Бүләков «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме…» (трагикомедия, 2017 йыл)
- Г.Яхина, Я.Пулинович «Зөләйха күҙҙәрен аса» (2017 йыл)
- Т.Миңнуллин «Эҙләнем, бәғерем, һине…» (мелодрама, 2017 йыл)
- А.Ишбулдина «Баллы, тирәкле Балтирәк» (лирик комедия, 2018 йыл)
- М.Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» пьесаһы буйынса «Прометей» (2018 йыл)
- А.Касона «Иң бәхетле төн!» (2018 йыл)
- У.Ғәлиев «Мин − Марат» (провинциаль проза, 2018 йыл)
- С.Айытматов. Е.Баранчикова инсц. «Сыңғыҙхандың аҡ болото» (2019 йыл)
- М.Кәрим «Ҡыҙ урлау» (комедия, 2019 йыл)
- Ҡ.Даян. Д.Йосопов инсц. «Гөлбостан» (2019 йыл)
- А.Гельман «Эскәмйә» (2019 йыл)
- Ә.Ҡотой. С.Баженова инсц. «Рөстәмдең сере» (2020 йыл)
- З.Бураҡаева «…Ат уйнатып алдан бара…» (2020 йыл)
- М.Рощин «Йәш ғаилә фатир эҙләй» (мөхәббәт тарихы, 2021 йыл)
- В.Емелева «Балам» (2021 йыл)
- А.Дударев «Эңер төшкәс» (2021 йыл)
- З.Ҡадирова «Һинһеҙ килгән яҙҙар» (мелодрама, 2022 йыл)
- Т.Иванова, А.Ибраһимова, В.Тулупова «Внутри меня цунами» (2022 йыл)
- Н.Асанбаев «Ҡыҙыл паша» (2022 йыл)
БАШҠА ТЕАТРҘАРҘАҒЫ ПОСТАНОВКАЛАРЫ:
Салауат Башҡорт дәүләт драма театры:
• Ж.-Б. Мольер «Һаран» (трагикомедия)
• Ф. Бүләков «Шырау» (драма)
• Ә. Яхина «Аҡҡошом минең» (драма)
• Ә. Яхина «Баҡыр беләҙек» (драма)
• С. Лобозеров «Сит кеше менән ғаилә портреты» (фантасмагория)
• Л. Измайлов «Юл сатындағы детектив» (балар өсөн спектакль)
• А. Хөсәйенов «СССР геройы» (драма)
• С. Алексиевич «Һуғыш йөҙө ҡатын-ҡыҙ түгел» (драма)
• Е. Шварц «Ҡар батшабикәһе» (балар өсөн спектакль)
• В. Гауф «Бәләкәй Мук» ( балар өсөн спектакль)
• Т. Миңнуллин «Шулай булды шул» (комедия)
• А. Островский «Һуңлаған мөхәббәт» (драма)
• З. Хәким «Һөйәркәм килгән… Ни эшләргә?» (комедия)
• С. Латыпов «Шүрәле» (комедия)
• М. Кәрим «Ай тотолған төндә» (трагедия)
• В. Шульжик «Бремен музыканттары» (балалар өсөн спектакль)
• Н. Асанбаев «Ете ҡыҙ» (драма)
• А. Чехов «Аҡҡош күле» (бер шаршаулы драматик этюд)
• Л. Разумовская «Ҡәҙерле Елена Сергеевна»
• А. Попов «Борғосло уйынсыҡтар» (балар өсөн спектакль)
• Ә. Атнабаев «Ул ҡайтты» (драма)
• С. Белов «Минең ҡәйнәм әүлиә» (комедия)
• С. Кунин «Тылсымлы сәллә» (балар өсөн спектакль)
• М. Бартенев «Бәхетле Ганс» ( балар өсөн спектакль)
• М. Багаев «Ҡартайған да тыртайған» (комедия)
• К. Сергиенко «Һау бул, йырын!»
• В. Ганзенко «Бесәй әйтте, бесәй эшләне»
• Т. Миңнуллин «Риүәйәт»
• М. Багаев «Борон-борон заманда»
• Н. Асанбаев «Сейәлетау» (мелодрама)
• А. Попов «Бер рәхәттең, бер михнәте» (комедия)
• В. Орлов «Алтын себеш» ( балар өсөн спектакль)
• И.Мельникова инсц. «Шапокляк әбейҙйең шуҡлыҡтары»
• К. Манье «БЛЭЗ» (комедия)
• Т. Миңнуллин «Әллә яңылыш, әллә яҙмыш» (мелодрама)
• Софокл, А.Хөсәйенов инсц. «Әҙип хан» (трагедия)
• И. Чернышев «Етен сәсле фея» (балар өсөн спектакль)
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры:
• Ж. П. Сартр «Ябыҡ ишектәр артында» (драма)
• Э. Ростан «Коломбина һәм ике Пьеро» (комедия)
• А. Архипов «Дембель поезы» (фантасмагория)
Стәрлетамаҡ Башҡорт дәүләт драма театры:
• Ф. Бүләков «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме…» (драма)
• Ф. Ғәлимов «Гонаһлы минең хыялдарым» (комедия)
• Н. Ғәитбаев «Күңелле йәшәйбеҙ» (комедия)
• В. Распутин «Йәшә һәм онотма» (драма)
• Б. Хайбуллин «Бала-саҡтын изге юлы» (балалар өсөн спектакль)
• Ф. Бүләков «Мәскәү – Васютки» (драма)
• М. Фәйзи «Аҫылйәр» (музыкаль комедия)
• Б. Бикбай, З. Исмәғилев «Ҡоҙаса» (музыкаль комедия)
Ғ. Камал исемендәге татар дәүләт академия театры (Ҡазан):
- Н. Хикмәт «Һыйыр» (комедия)
- З. Хәким «Ел көйө» (комедия)
М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театры:
- С. Белов «Ҡупшы ир» (комедия)
- А. Чехов «Аҡҡош күле» (драматик этюд)
К. Тинчурин исемендәге Татар дәүләт драма һәм комедия театры (Ҡазан):
- И. Мәхмүтова «Күрәһем килгән ине» (мелодрама)
Өфө «НУР» татар дәүләт театры:
• «Урман әкиәте» (балар өсөн спектакль)
Березники ҡалаһының муниципаль театрында:
• Т. Джюдженоглу «Ҡорон» (драма)